Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

100 йыллыҡҡа – 100 китап!

23 мартта Башҡортостан Республи-каһының ойошторолоуына 100 йыл тулды. Ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

23 мартта Башҡортостан Республи-каһының ойошторолоуына 100 йыл тулды. Ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Юбилей уңайынан “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект”, шулай уҡ 2018 йылда “Башҡортостандың 100 исеме” телевизион проекты, төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсы кеүек мәҙәни саралар тормошҡа ашырылды. Режиссёр Булат Йосопов “Беренсе республика” тарихи-художестволы фильмы өҫтөндә эшен тамамланы. Уның премьераһын яңыраҡ ҡына “Космос” кинотеатрында йылайырҙар ҙа ҡарай алды.
Йылайыр ауылындағы “Үрембәт” фольклор ансамбле ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары ла был әһәмиәтле датаны билдәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата улар үҙәк китапханаға 100 китап бүләк итте. Матур сараға “Үрембәт”тәр милли кейемдә килеп, унда Башҡортостанға арналған шиғырҙар һөйләне, сығыштарын гармунда яңғыраған башҡорт көйҙәре менән байытты.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: