Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
12 Апрель 2019, 11:47

Үткәндәргә – ихтирам, киләсәккә – өмөт менән...

Башҡортостан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй һәм тарихта ҡаласаҡ яңы биттәрен аса.Район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған күләмле сара – тантаналы йыйылыш үтте.

Башҡортостан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй һәм тарихта ҡаласаҡ яңы биттәрен аса.
Район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған күләмле сара – тантаналы йыйылыш үтте.
Башҡор-тостанға тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә, 2001 йылда уҡ, Рәсәй Президенты В.В.Путин: «Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө һәм халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла», – тигән ине. Ә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбиров республиканың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта шулай тип билдәләне:
– Ырыҫлы ерҙә йәшәгәнебеҙ, уларҙың ҡулдары менән төҙөлгән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа көн иткәнебеҙ өсөн беҙ ата-бабаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә күп милләтле мәҙәниәт, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәүҙең күп быуатлыҡ традицияларын мираҫ итеп ҡалдырған. Уларҙың ышанысын аҡлау, еребеҙҙе тағы ла матурыраҡ итеү, киләсәк быуынға ҡеүәтле һәм сәскә атҡан республика итеп тапшырыу – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Бөгөн беҙ Башҡортостандың үтеп барған йөҙ йыллығына “рәхмәт” тибеҙ һәм яңы быуат битен асабыҙ, Башҡортостан Республикаһының икенсе быуатына аяҡ баҫып, уны сәләмләйбеҙ! Уның республика һәм уртаҡ йортобоҙ – Рәсәй өсөн “алтын быуаты” булырына ихлас ышанабыҙ!
Ошо бер быуат эсендә республикабыҙ үҙенең үҫеш юлында ауыр һәм ҡатмарлы этаптарҙы үтте. Беҙҙең район тарихы ла республика тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Тантаналы йыйы-лышҡа килеүселәр район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең тупһаһынан уҡ ысын мәғәнәһендә байрам мөхитенә барып инде. Тантанала ҡатнашыусыларҙы халыҡ тынлы оркестры марш көйҙәре менән сәләмләп ҡаршыланы. Фойела “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына муниципаль райондың индергән өлөшө” тип аталған һәм Йылайыр еренең бөтә байлығын сағылдырған ҙур күргәҙмә йәйелдерелгән ине.
Тамашалар залында республикабыҙ үҫешенә күп көс һалған төрлө быуын, төрлө милләт, төрлө өлкәләрҙә эшләгән хеҙмәт кешеләре урын алған. Улар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы – район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, район Советы рәйесе Г.В. Туленков, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, Башҡортостан Рес-публикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ә.С. Байсурин, Р.Й. Нагаев, Башҡортостан Респуб-ликаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н. Мелкоедовтарҙы аяғүрә тороп сәләмләп ҡаршы алды.
Тантаналы йыйылыш республиканың юбилейына арналған фильм күрһәтеүҙән башланды. Шунан райондың һәүәҫкәр артистары XVI быуат урталарында хәҙерге беҙҙең район ерендә үткән мөһим тарихи ваҡиғаны – башҡорттарҙың ете ырыуы вәкилдәренең Айҙа-болон яланында ҡоролтайға йыйылып, Рус дәүләтенә ҡушылыу мәсьәләһен хәл итеүен сәхнәләштереп күрһәтте.
Артабан тантаналы сарала ҡатнашыусылар алдында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин сәләмләү телмәре ме-нән сығыш яһаны. Ул йылайырҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы республиканың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.
– Бөгөн беҙ – төрлө быуын вәкилдәре, бер залда республиканың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләргә йыйылғанбыҙ. Башҡортостандың төп байлығы – уның талантлы, эшһөйәр кешеләре – баҫыу эшсәндәре, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа, һәм башҡа һөнәр кешеләре. Һеҙҙең һәр кемегеҙ районды, республиканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән. Районыбыҙҙың күп милләтле халҡы алдағы йылдарҙа ла маҡсатына ирешеп, алға барыр, – тип ышанам тине И.Л.Фәтҡуллин.
2018 йылда республикала ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән белем биреү усаҡтарын асыҡлау ниәтендә мониторинг үткәрелгәйне. Иң яҡшы 30 белем биреү ойошмаһы иҫәбенә Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы ла ингән. Илгиз Лирман улы республиканың 100 йыллығына бағышланған оҙайлы проект-эҙләнеү эштәре республика конкурсында еңеү яулаған башҡорт гимназияһы командаһына – проект етәксеһе Е.А. Шарановаға, уҡыусылар Анастасия Полетавкина, Дмитрий Кириллов һәм Гөлнәзирә Мәхмүтоваға Башҡортостан Мәғариф минстрлығының Маҡтау грамоталарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ошонда уҡ райондың хеҙмәт ветерандары Н.Н. Корнилов, М.К.Килдеғолов, В.С.Ерёмкин һәм Н.И. Горшенина район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Беҙҙең райондың бай һәм данлы үткәне бар. Тап беҙҙең район территорияһында башҡорт халҡының киләсәген хәл иткән тарихи ваҡиға була. 1748 йылдың авгусында христиандарҙың Преображение байрамы алдынан Урман Йылайыры йылғаһы ярында баҡыр иретеү заводы төҙөлә башлай. Шунан сығып, аҙаҡ ауыл да, сиркәү ҙә Преображенск исемен алған. Преображенск Көньяҡ Уралдың социаль-иҡтисади үҙгәрештәр үҙәгенә әйләнә. 1919 йылдың 8 февралендә Кананикольск ауылы янында башҡорт халҡының артабанғы яҙмышын һәм республиканың автономия алыуын хәл иткән ваҡиға була.
Бөгөн дә беҙҙең район республиканың үҫеше менән тығыҙ бәйле. Тыуып үҫкән, йәшәгән еребеҙ йылдам үҫә, төҙөкләндерелә, ауылдарыбыҙ матурай-ғандан-матурая, юлдар төҙөкләндерелә, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү буйынса эштәр әүҙемләштерелә һ.б.
Юбилей тантанаһында ҡатнашыусыларҙы баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа йылы сәләмләне. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров үҙенең ҡотлау телмәрендә республикабыҙҙың автономия алыу өсөн көрәшендә Йылайыр районының айырым роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, райондың хәҙерге үҫешенә ыңғай баһа бирҙе һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы район китапханаһының баш китапханасыһы М.А.Бакановаға, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Ф.А.
Сарбаеваға, Йыла-йыр мәғлүмәт үҙә-
ге директоры
(баш мөхәррире) Б.И. Солтановҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Респуб-ликаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов, йылайырҙарҙы йылы сәләмләп, район халҡының тормошо күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрә, ә мәҙәни ҡиммәттәр эшһөйәр кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән булдырыла, тип билдәләне.
Борис Николаевич «Батисов» КФХ-һы башлығы В.С. Батисовҡа, Йылайыр ауылындағы “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы В.П. Ростоваға, Ҡыҙҙарбиргән ауылы старостаһы Х.М. Ишбулатовҡа, «Восходстрой» ЯСЙ-һы директоры В.В.Каплинға, Иван-Ҡыуалат урта мәктәбе уҡытыусыһы Т.Н. Касьяноваға, Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы урынбаҫары В.И. Рачковҡа, Юлдыбай ауылынан хеҙмәт ветераны Ф.А. Рәмовҡа, райондың инвалидтар ойошмаһы рәйесе З.А. Хәсәноваға «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Районыбыҙ халҡын байрам менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ә.С. Байсурин һәм Р.Й. Нагаев ҡотланы.
Әлфәрис Сәлихйән улы Кананикольск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н.И. Корневаға– БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһын, Ҡыҙҙарбиргән ФАП-ы акушеры Г.Б.Ҡолмәнбәтоваға, «Ауыл уттары» район гәзитенең яуаплы секретары Ф.Ҡ. Мортаев-ҡа, Дмитриевка ветеринария участкаһы мөдире Г.Н. Панфиловаға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ә депутат Ринат Йәүҙәт улы бер төркөм йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә йорт төҙөү, һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. “Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы сиктәрендә ошондай сертификат алған Боҫҡоновтар, Солтановтар, Исҡужиндар, Базловтар, Торсонбаевтар, Аҡҡужиндар, Иҫәндәүләтовтарҙың ғаиләләре өсөн был көн ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ.
Тантаналы сараны ра-йон мәҙәниәт һәм ял үҙә-
ге, ауыл биләмәләре һәүәҫ-кәр артистарының сағыу сығыштары биҙәне. Яҡташ-тарын ҡотларға килгән мәшһүр ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Азат Айытҡоловтың, композитор, шағир, рәссам Флёра Шәрипованың һәм ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Сәйетовтың сығышын зал көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: