Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
30 Апрель 2019, 16:48

Мәрйәм Бураҡаева

Яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу барышында балаларға “Салауат юлдарынан” тигән документаль фильм күрһәтелде. Телем, халҡым тип янған ағинәй шулай уҡ районыбыҙ мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән әңгәмәләшергә лә форсат тапты.

Яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу барышында балаларға “Салауат юлдарынан” тигән документаль фильм күрһәтелде. Телем, халҡым тип янған ағинәй шулай уҡ районыбыҙ мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән әңгәмәләшергә лә форсат тапты.
Осрашыуҙа район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы һәм әйҙәүсе белгесе Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының яңыраҡ үтеп киткән I БөтәРәсәй съезында ҡатнашыуҙан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште, район мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу эштәре тураһында һөйләне.
Артабан һүҙ Мәрйәм Бураҡаеваға бирелде:
– Съезда мин дә ҡатнаштым. Яңы ел иҫеп ебәрҙеме ни. Ләкин съезда кемдер нимәлер әйтте, әйткәс, эшләрҙәр, тип ышанып, көтөп ултырмайыҡ. Теләгебеҙ булһа, барыһын да үҙебеҙ булдырабыҙ. Нимә ҡулыбыҙҙан килә – шуны эшләйек, тулҡын-таштарға бирешмәйек.
Съезда беҙ үҙебеҙҙең тәҡдимде лә индерҙек: мәктәптәрҙәге бушаған шәмбеләрҙе “Урал Батыр”ға бағышларға. Һынау өсөн октябрь айының 4 шәмбеһен ошо эпос менән тулыландырырға уй бар. Был көндәр ябай дәрес һымаҡ үтмәйәсәк, эпостан төрлө эпизодтар алып, уҡыусылар үҙҙәре нимә эшләй ала, шуны эшләргә тейештәр. Әйтәйек, беренсе аҙна “Нимә ул яҡшылыҡ? / Бер тигәс тә ни яман?” девизы аҫтында үтһен, ти. Балалар инша яҙалармы, һүрәт төшөрәләрме, ата-әсәләрҙе саҡыралармы, башҡа берәй нәмә уйлап сығаралармы – үҙҙәре ихтыярында. Яҡшылыҡ темаһын нисек асырға була – шундай йүнәлештә эш алып барыласаҡ.
Икенсе аҙнаһына девиз, мәҫәлән, Һомай әйткән “Йәшәй торған илем бар. Илһеҙ етем түгелмен” тигән һүҙҙәр булһын, ти. Кешенең ата-әсәһеҙ ҡалыуы ғына етемлек түгел. Иң ҙур етемлек – илһеҙ ҡалыу. Балалар шуны ла белергә тейеш.
Ғөмүмән, “Урал батыр”ҙың һәр юлында тос фекер, тәрән фәлсәфә бар. Шуны уйлап йөрөп, концепция төҙөп, был эште башланыҡ. Төп маҡсат – “Урал Батыр” нигеҙендә бөтә халҡыбыҙҙы берләштереп алыу.
Шулай уҡ июль айының бер көнөн “Рухи камиллашыу көнө” тип исемләнгән байрамға әйләндереү ниәте бар. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ һабантуй, ҡарға бутҡаһы һ.б. уртаҡҡа әйләнеп бөттө, байрамһыҙ ҡалғанбыҙ. Башҡорттоҡо ғына тигән байрам булдырырға кәрәк. Шуға ла “Рухи камиллашыу көнө” идеяһы барлыҡҡа килде. Ошо көндә ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен, ниндәй генә ойошмала тормаһын, башҡорттар бергә йыйылышып, берҙәм булырға тейешбеҙҙер, тип уйлайым.
1992 йылда алтынсы класта Шәжәрә байрамын асыҡ дәрес итеп үткәргәйнем, шунда, ошо байрам, мәктәптән сығып, бар ауылдарға, республикаға таралһын ине, тип теләнем. Өфөгә килгәс, концепцияһын яҙып, эш башланыҡ. “Рухи камиллашыу көнө” лә, иманым камил, таралыр тип уйлайым. Башҡорттар тарҡау, берләштерергә кәрәк.
Тағы ла һеҙҙе “Йәйләү” лагеры менән таныштырып үтәйем. Хәҙер беҙ ундай лагерҙарҙы райондарҙа асып йөрөйбөҙ, сөнки республиканыҡына эләгеүе ауыр, унда тик олимпиадаларҙа еңеүселәр генә эләгә ала, ә теләге булған балалар күп. Беҙгә Мәскәүҙән дә, Санкт-Петербургтан да, Силәбенән дә, Екатеринбургтан да, хатта Американан да киләләр.
“Йәйләү”ҙә балаларҙы “ырыуҙарға” бүләбеҙ, мотлаҡ ҡурай, ҡумыҙ уйнатабыҙ, бейетәбеҙ, йырлатабыҙ, комплекстарҙан, оялыуҙан арындырабыҙ, мөмкин тиклем башҡортса һөйләшәбеҙ. Әүҙем ҡатнашҡандарға мәрәйҙәр ҡуябыҙ, мәрәйҙәр аҙаҡ аҡсаға әйләнә һәм балалар йәрминкәлә үҙҙәренә оҡшаған әйберҙе һатып ала. Шулай ипләп кенә, тыныс ҡына итеп эшләп киләбеҙ. Миңә ҡайһы саҡ әйтәләр: ошондай ҙур эште йәшереп һалып ҡуйҙығыҙмы, тип, сөнки киң мәғлүмәт сараларында артыҡ ныҡ күренмәйбеҙ. Миңә ни бер ни ҙә кәрәкмәй, халҡымды һаҡлап алып ҡалһам, шул етә.
Тағы ла, шуны әйтеп үтәйем. Өфөлә “Өләсәйҙәр мәктәбе” астыҡ: шәмбе көнө балалар баҡсаһына ейән-ейәнсәрҙәре менән өләсәйҙәре килә. Улар бергәләп башҡорт уйындарын уйнайҙар, башҡортса йырлайҙар, бейейҙәр. Унан һуң – төшкө аш, балалар өләсәйҙәре бешереп алып килгән тәм-том менән сәй эсәләр, төшкө аш ваҡытында һәр ризыҡтың башҡортса атамаһын дә ятлап алалар.
Шундай эштәр алып барабыҙ, ҡулдан килгәнсә, уй-ниәттәребеҙҙе ғәмәлгә ашырабыҙ. Халҡыбыҙҙы “Йәйләү” һәм “Рухи камиллашыу көнө” менән бер аҙ күтәреп алырбыҙ тип уйлайым...
Артабан башҡорт теле уҡытыусылары съездан алып ҡайтҡан тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Съезд уларҙы ҡанатландырып, дәрт өҫтәп ебәреүен билдәләнеләр. Ә инде бына, үҙҙәре әйткәнсә, “башҡорт халҡының Күс инәһе” Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп ултырыу был тойғоларҙы, тәьҫораттарҙы тағы ла нығыраҡ көсәйтеп ебәрҙе.
Осрашыу аҙағында уҡытыусылар хөрмәтле ҡунаҡтың күптәр яратып уҡыған “Арғымаҡ” китабына автограф яҙҙыртып алып, уға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, “һыуһаған тупраҡҡа ямғыр яуған кеүек”, яңы өмөттәр, идеялар менән тулып, йылы итеп хушлаштылар.
З.МУСИНА.
Читайте нас: