Аҡыл – теҙген, ҡылыҡ – ат, теҙгенеңде белеп тарт.
Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.
Аҡыллы кешенең һүҙе алда булыр.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән бармағын тешләр.
Белгән беләкле, оло терәкле.
Белгәндең беләге ауыртмай.
Белдекле бер әйтер, бер әйтһә лә берәгәйле әйтер.
Күҙһеҙҙең күҙе һуҡыр, белекһеҙҙең күңеле һуҡыр.
Белеме барҙың ҡәҙере бар.
Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем.
Кеше белем менән, ер яуын менән йәшәрер.
Ҡул ҡыла алмағанды белем ҡыла.
Белемле ҡыҙ – бирнәле ҡыҙ.
Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
Белемһеҙ белмәҫ, йүнгә кермәҫ.
Белемһеҙ кеше – һуҡыр кеше.
Белеү – нур, белмәү – хур.
Белмәгән йүләр белгәдән көлөр.
Алтын дәүләт түгел, ғилем дәүләт.
Байлыҡ боҙға яҙған, ғилем ташҡа яҙған.
Кешенең ҡәҙере ғилем менән.
Ҡулында китап булғандың башында ғилем булыр.
Тән зиннәте – кейем, аҡыл зиннәте – ғилем.
Ғилемһеҙ ғалим – емешһеҙ ағас.
Уҡыу күңел нуры, уҡымай ҡалған – кеше хуры.
Уҡыған ил уҙыр, уҡымаған ил туҙыр.
Уҡыған уғыл – атанан оло.
Наҙан бер һөнәрле, уҡыған мең һөнәрле.
Әҙәм уҡыу менән таба, ҡарға – суҡыу менән.