Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
19 Декабрь 2019, 16:55

Шәйехзада Бабичтың юбилейын билдәләйәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейын билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документта киләһе йылда буласаҡ юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Республика Хөкүмәтенә тейешле план эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Юбилей саралары өсөн сығымдар республика бюджеты һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ойоштороласаҡ, тип белдерелде.
Читайте нас: