Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
14 Ғинуар 2020, 16:40

Ә һеҙ беләһегеҙме Мәсиндең нимә икәнен?

Гәзитебеҙҙең быйылғы 1-се һанында журналист Фәрит Әхмәровтың ошондай баш аҫтында ҙур булмаған мәҡәләһе сыҡты. “Ауыл уттары”н алдырыусылар белә инде. Бына ул:

Сысҡан йылы иген уңыр ...
Һуңғы осорҙа бөтә илебеҙ менән ҡытай, япон календарҙарына табынабыҙ, әйтерһең Рәсәй халыҡтары йылға «иҫәп»алып бармаған. Башҡорттарҙа 12 йыллыҡ мөсәл элек-электән йәшәп килгән.
Башҡорттар араһында таралған 12 йыллыҡ мөсәл (цикл), төрки халыҡтарҙан тыш, бик күп көнсығыш халыҡтарына ла хас. Хатта «Ни өсөн Сысҡан мөсәлдең башында тора?» тигән легенданың башҡорттарҙа ғына түгел, ҡытайҙарҙа ла булыуы билдәле. Ошондай оҡшашлыҡтарҙан сығып, был календарь боронғо Ҡытайҙан таралған, тигән фекер тыуған. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Ә бәлки, киреһенсә, төркиҙәрҙән башлап таралғандыр.
Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан Мәхмүт Фәттәх улы Моратов (1908-1991) ошо календарь буйынса һынамыштарын яттан әйтеп ултыра торғайны. Уның әйтеүенсә, йыл исемдәре түбәндәге тәртиптә килә. Үрҙә әйтеп китеүемсә, мөсәл башында Сысҡан тора, шунан Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, Ылыу (Лыу), Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Месен (Ҡаплан), Тауыҡ, Эт, Дуңғыҙ йылдары килә. Тимәк, 2019 йыл 12 йыллыҡ циклды тамамлай, ә 2020 йыл яңы мөсәлде башлай.
Башҡортса мөсәлдә хайуан атамаһы төр булараҡ ҡулланыла: Һыйыр йылы (Үгеҙ түгел), Тауыҡ йылы (Әтәс түгел), Дуңғыҙ йылы (Сусҡа түгел)... Сөнки үгеҙ малы тип һөйләмәйбеҙ, һыйыр малы, тибеҙ.
Башҡортса йыл исемдәре япон-ҡытайҙыҡынан бер аҙ айырыла. Мәҫәлән, Аждаһа йылы түгел, Ылыу (Лыу) йылы. Уны һүҙлектәрҙә «һыу өҫтөндә батмай йүгереп йөрөгән оҙон ботло бөжәк» тип аңлаталар. Ләкин, олатайым әйтеүенсә, борон һыуҙа йәшәгән ҡурҡыныс ғифрит тә шулай аталған. Юҡҡа ғына һыуҙан аждаһа сыға тимәгәндәрҙер.
Месен һүҙен бер һүҙлектән дә тапманым. Мәхмүт олатай ул йылды Ҡаплан йылы тип тә атайҙар, ти торғайны. Ҡапландың икенсе исеме шулай булдымы икән? Башҡортта көслө йән эйәләренә йәшерен исем биреү ҙә киң таралған күренеш бит.
Тауыҡ йылын, ситтән ингән календарҙарға эйәреп, Әтәс йылы тип әйтеүселәр бар. Был дөрөҫ түгел. Фольклорҙа бер генә ерҙә лә Әтәс йылы тигәнде тапмаҫһығыҙ, ә Тауыҡ йылы тураһында мәғлүмәт туп-тулы.
Мәхмүт олатай был йылдарға ҡағылышлы һынамыштарын түбәндәгесә яҙҙырған: «Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян – йотлоҡ. Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс. Йылан йылы – баллыҡ, Дуңғыҙ йылы – байлыҡ, Ылыу йылы – һаулыҡ. Йылҡы йылы – ҡаты йыл. Тауыҡ – бик хәстәрлекле әсәй, йомортҡа ла һала, баҫып та сығара, юҡ ҡына ерҙән дә тибенеп ем табып, ғаиләһен туйҙыра. Сысҡан йылы иген уңыр, шуға сысҡан да күбәйә».
Сысҡан йылы менән, яҡташтар!
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Ҡыҙыҡлы материал. Кемгә нисектер, ә миңә оҡшаны. Тик автор һанап киткән мөсәлдә Ҡуй йылынан һуң килә торған Маймыл йылы урынына (мин үҙем “маймылмын”) ниндәйҙер ошоғаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән “Месен (Ҡаплан)” тигән йыл тороуы иғтибарымды йәлеп итте. Авторҙың “Месен һүҙен бер һүҙлектән дә тапманым” тигән һүҙҙәре ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы ғына. Һүҙлектәрҙә булмағас, бәлки, “Месен” түгелдер? Фәрит ағай бит уны олатаһы Мәхмүт Моратов ауыҙынан ни заман элек ишеткән – шуны хәтерендә ҡалдырғас, тимәк, Мәхмүт олатай нимәнелер белеп атаған. Ә бына шуны автор дөрөҫ хәтерләп ҡалғанмы, әллә Мәхмүт Фәттәх улы дөрөҫ әйтмәгәнме?
Шуларҙы уйлап, ҡул аҫтында ғына ятҡан “Башҡортса-русса һүҙлек”те (Мәскәү, 1996) алып, һүҙҙәге “е” урынына бүтән һуҙынҡыларҙы ҡуйып эҙләй башланым: “масен”, “мисен”, “мөсен”... Шулай “мәс”кә барып еткәйнем – бына тора ул: МӘСИН! “Мәсин диал. см. маймыл" тиелгән һүҙлектә.
Дөп-дөрөҫ: Ҡуй йылынан һуң нәҡ беҙ күнеккән Маймыл йылы килә. Ә “мәсин” һүҙенә килгәндә, әлеге һүҙлектә ул диалектизм тип күрһәтелһә лә, “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге”ндә (Өфө, 2002) ул ниңәлер юҡ. Тимәк, бик боронғо һәм бик һирәк ҡулланылған һүҙ. Мәхмүт олатай уны ҡайҙан белгәндер – хәҙер инде был һорауға яуап биреү мөмкин түгел. Әйткәндәй, ҡырғыҙҙар ҙа Маймыл йылын икенсе төрлө Мечин йылы тип атайҙар икән.
Бына шулай, “маймылдар”, хәҙер һеҙ үҙегеҙҙе: “Мәсин йылында тыуғанмын,” – тип әйтә алаһығыҙ.
Ә хәҙер мәҡәләләге “Ҡаплан” атамаһына ҡағылышлы бер-ике һүҙ. Ҡаплан тип икенсе төрлө барсты атағандар. Шуға ла мәсин-маймылға уның бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.
Маймыл (Мәсин) йылы тыуған Фәрит МОРТАЕВ.
Читайте нас: