Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
17 Ғинуар 2020, 11:40

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан милли саралар

Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзалары тәҡдиме менән быйылғы йыл республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.

Ошо тәҡдимгә ҡарата төбәк башлығы Радий Хәбиров атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуы уңайынан төрлө саралар үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Унан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап «Шайморатов вариҫтары» проектына ярашлы саралар ойоштороу күҙ уңында тотола.
Был эш планында башҡорт телен ҡулланыуҙы киңәйтеү, телде һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү маҡсаты менән шәжәрә байрамдары, әҙәби, мәҙәни саралар ойоштороу ҡаралған.
Читайте нас: