Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
21 Февраль 2020, 13:27

Бөгөн ниндәй көн?

Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошондай дата булдыра. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара.
9 йыл элек ЮНЕСКО Рәсәйҙәге 136 телде юғалыу хәүефе аҫтында тип иғлан итте. Туған телде һаҡлап ҡалыу, үҫеп килгән быуын үҙ телендә һөйләшһен өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Беҙҙең хәбәрсебеҙ йәштәрҙең фекере менән ҡыҙыҡһынды.
Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй. Күп һанлыларына килгәндә, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе. Башҡаларының һаны миллиондан аҙыраҡ.
Читайте нас: