Ауыл уттары
+7 °С
Облачно

Хәйерле булһын!

Хәйерле атһын таңыбыҙ,Хәйерле килһен көндәр,Хәйерле етһен кисебеҙ,Хәйерле үтһен төндәр.Хәйерле булһын уйыбыҙ,Хәйерле булһын эштәр,Хәйерле булһын өнөбөҙ,Хәйерле булһын төштәр!Хәйерле юлдарҙан уңыпӘйләнешеп ҡайтайыҡ,Хәйерле аҙнаны башлап,Хәйерле оҙатайыҡ!Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙХәйерле була күрһен…Хәйерле булһын бөтәһе –Хоҙайым ярҙам бирһен!

Добавить в предпочтительные источники Google

Фирүзә Абдуллина.

07.12.2014
Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.
Читайте нас