Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
23 Декабрь 2020, 13:53

Осрашыуҙар

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә...”Башҡорттар, башҡорт балаһы, тип янып йәшәгән бик зыялы шәхес килде Юлдыбай ауылына

Яңыраҡ Юлдыбай урта мәктәбендә һәм “Ләйсән” балалар баҡсаһында шағирә, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу булды. Республикабыҙҙың киләсәге, өмөтө булған иң кескәйҙәр өсөн сыҡҡан "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәре менән осрашыу бик фәһемле һәм йөкмәткеле үтте.
Һөйләшеү барышында Лариса Хашим ҡыҙы бәләкәстән балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, махсус мөхит булдырыу буйынса эшләргә кәрәклеге һәм бының өсөн башҡорт балалар баҡсаһының эшен нәҡ башҡортса алып барыуҙы йәнләндерергә, шулай уҡ һәр башҡорт балаһының теле кес кенәнән башҡортса асылһын һәм үҫешһен өсөн ата-әсәләр менән бергә, бер ниәт менән эшләү кәрәклеген маҡсат итеп алырға тәҡдим итте. Был осрашыуға Юлдыбай мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары тарафынан Башҡорт теле көнөнә ҡарата бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнелгән ине. Башланғыс класс уҡыусылары туған телдә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡҡа үҙҙәренең сығыштарын күрһәттеләр. "Себештәр" төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәр менән башҡорт телендәге иң кәрәкле, иң яғымлы һүҙҙәр әйтешеп, мәктәпкәсә төркөм балаларының йырҙарын тыңлап, күңелле генә осрашыу ойошторолдо.
Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусыларға һәм кескәйҙәргә буш ҡул менән килмәгән ине, ул балаларға Башҡорт теле көнөнә арнап, шулай уҡ үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән матур викториналар үткәрҙе, балаларҙың үҙ телебеҙҙә таҙа, матур сығыш яһауҙарына һоҡланыуын белдереп, бүләктәр, матур китаптар, сағыу һүрәтле, бай йөкмәткеле "Акбуҙат" журналдары бүләк итеп ҡыуандырҙы.
«Әгәр баланы бәләкәйҙән үк телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк, – тине үҙ сығышында Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.
Был осрашыуҙың сәбәбе Юлдыбай ауылы "Ләйсән" балалар баҡсаһының иң кескәйҙәр йөрөгән "Себештәр" төркөмө тәрбиәсеһе Нәҙерғолова Хөмәйрә Әбдрәхмән ҡыҙының: “Бәләкәстәр менән һүрәттәр ҡарарға, әкиәт , шиғырҙар уҡырға бик тә яратабыҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙең төркөмгә "Аҡбуҙат" журналын яҙҙырҙыҡ. Ҙурая төшкәс, өйөбөҙгә алдырып, һәр беребеҙ "Аҡбуҙат" лы ла булырбыҙ әле!” – тип яҙған хаты була ла инде.
Бына ҡайһылай әүҙем һәм үҙ телебеҙҙе яратҡан коллективтар бар беҙҙең районда. Ысынлап та, саф башҡорт телендәге “Аҡбуҙат" журналының йөкмәткеһен ҡараһаң, кескәй балалар өсөн бик күп файҙалы әкиәттәр, шиғырҙар, матур һүрәттәр күрергә мөмкин. Был осрашыуҙа ла Лариса Хашим ҡыҙы “Аҡбуҙат” журналына яҙылырға саҡырҙы. Милли ризыҡтарыбыҙҙан табын әҙерләп, сәй эсеп, аралашып торайыҡ, фотолар, һүрәттәр, төрлө йырҙыр, шиғырҙар менән видеолар ебәрегеҙ журналға, төркөмгә һалығыҙ, тигән тәҡдимдәрен әйтте. Башҡорттар, башҡорт балаһы, тип янып йәшәгән бик зыялы шәхес Лариса Хашим ҡыҙы һәр кескәй башҡорт "Аҡбуҙат”лы булһын, тигән теләктәрен әйтеп һаубуллашты. Осрашыуҙан балаларҙың туған телгә һөйөүе, ихтирамы тағы ла нығыраҡ арткандыр тигән ышаныс күңелде йылыта.
Читайте нас: