Ғаилә - ул шатлыҡ , берҙәмлек , туғанлыҡ ;
Ғаилә - ул хеҙмәт , уңғанлыҡ , булғанлыҡ ;
Ғаилә - ул байлыҡ , муллыҡ һәм бәрәкәт ;
Ғаилә - ул табышмаҡ , борсоу һәм мәшәҡәт ;
Ғаилә - ул бәхет , хыял һәм мөхәббәт ;
Ғаилә - ул йәшәйеш , шәфҡәт һәм мәрхәмәт ;
Ғаилә - ул бәлә , беренсе аҙымдар ;
Ғаилә - ул байрам , күңелле сығымдар ;
Ғаилә - ул тормош , үпкә һәм талаштар ;
Ғаилә - ул бер фән , күп төрлө ҡараштар ;
Ғаилә - ул бөтөнлөк , тигеҙлек һәм хөрлөк ;
Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек .