Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
6 Апрель 2023, 10:55

20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә

Ул онлайн һәм офлайн форматта үткәсәк. тип белдерә ойоштороусылар.

Акцияла офлайн режимында ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм «Арт-Квадрат» киңлегендә диктант яҙыу ойошторола.

20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

— 12-се яртынан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.

Һәр кем диктантты өйҙә үҙ аллы яҙырға мөмкин. Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.

Әгәр онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаһа, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелгә тиклем ҡарарға була.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: