Ауыл уттары
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
12 Декабрь 2023, 20:10

«Аҡмулла диктанты» акцияһы

12 декабрҙән 14-нә тиклем Башҡорт теле көнө уңайынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола. 

«Аҡмулла диктанты» акцияһы
«Аҡмулла диктанты» акцияһы

Акция сайтта онлайн уҙғарыла.

«Диктантта ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, социаль хәле, дине һәм гражданлығы мөһим түгел, башҡорт һәм рус телдәрен белергә кәрәк. 2022 йылда 17 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы», - тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Унда 30 тест эше: М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бар.

Диктант өсөн иң юғары баһа - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә.

Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр яҙылған сертификат тапшырыла.

Сығанаҡ:https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2023-12-12/bash-ortostanda-a-mulla-diktanty-aktsiya-y-oyoshtorola-3562851

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: