90-сы йылдар. Һәммәбеҙ урындарҙа тырышып эшләп йөрөһәк тә эш хаҡын ҡайҙа ла түләмәйҙәр. Аҡсаның төҫөн дә күргән юҡ, ҡулға тотоп ҡарау тураһында уйлаған, хыялланған да юҡ. Хәйбулла районының Ивановка тирмәненә барып он һалдырып алып, малының ағы менән һәр кем көн күрергә, көн итергә тырыша. Сәй-шәкәре, шырпыһы, тоҙо ла кәрәк бит әле. Кибеттә эшләгән Нәзирә, Ира апайҙар исемлек яҙып бурысҡа биреп торған булалар, тик тотош ауылды былайтып ҡына туйҙырыу, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндер-еү мөмкин түгел. Аптырағандың көнөнән, кисекмәҫтән ҡулаҡса кәрәккәс ауылдаштар малын һуйып һата башланы. Шуны ғына көткәндәй әллә ҡайҙан һатып алыусыһы ла пәйҙә булды. Оҙон, бейек, кузовы брезент менән көпләнгән йөк машинаһында килә лә, көнө буйы сауҙа итеп кис етһә ҡорбанын тамаҡлап тамағы туйған бүреләй саҡ ҡуҙғалып ҡайтып китә был. Иртәгеһен таң менән ул инде темеҫкенеп яңынан урамдарҙы ҡыҙыра. Шуныһы иҫтә ҡалған - һуйылған ит 5-6 тапҡырға арзанға алына, баш-тояҡ, үпкә-бауыр“ливер”ға, йәғни, бушҡан-юҡҡа иҫәпләнә. Ауыҙ күтәреп һүҙ әйтеп, ҡаршылашып ҡара, һинең итеңде алмаясаҡ, бөттө-китте, ул саҡта, йәйге селләлә һуйғаныңды ҡайҙа ҡуяһың инде, шуның өсөн баш баҫып береһе лә өндәшмәй, хәләл малын өнһөҙ-һүҙһеҙ бушлай тиерлек үҙ ҡулдары менән тоттора. Ярты төн ауғансы күҙҙәрең тишелеп һатып алыусыны көтәһең дә, уйлағаның бойомға ашып ҡулыңа тиндәр ятһа, донъяһы бөтөнәйеп теүәлләнгән ярты аҡыл һантыйҙай ҡыуанған булаһың. Бына шулай, бөйөк ил тарҡалғас юҡлыҡҡа таянып, хәй-ерселеккә терәлеп йәшәлде инде, ни хәл итмәк?!
Бер көн алыпһатар машинаһын ит менән өймәләтә тейәп ҡайтып барғанын-да Һыҙғы тауында тормозы тотмай ауған бит! Ярай әле үҙе кабинанан һикер-еп төшөп өлгөргән. Тау түбәнендә яланды ябып туҙанға болғанған ит түшкәләре, арыраҡ тимер өйөмөнә әйләнгән машина ята. Был игелекһеҙ, туя бел-мәгән, кешенекенә ҡаныҡҡан әҙәмгә бер кем дә ярҙамға бармаған, хәленә инмәгән. Иртәгеһен Йылайырға барышлай юл ҡырында бысраҡҡа батып, башын ҡушуслап ултырған ирҙе мин дә осраттым. Ҡул-аяҡтары имен, үҙе атл-ап йөрөрлөк булғас, туҡталып торманым...
Заманалар ҡабатлана шул, ҡуласалай әйләндереп килтереп баҫа. Хәҙер мах-сус операциянан ҡайтҡан егеттәрҙе ерләгән көнө сәскә салондарында, һыу баҫҡан ерҙәрҙә эсәр һыуҙы, ҡабыр икмәкте ике-өст апҡырға арттырып һатыусыларҙы күрһәм, ишетһәм, юл ҡырында башын ҡушуслап, онотолоп, йәшәүҙән ваз кисеп ултырған теге нәфсе әҙәм иҫкә килә лә төшә.
Өләсәйем элек беҙҙе, бала-сағаны йыйып алып гел бер үк һабағын тыҡый торғайны:
“Яттарҙыҡына теймәгеҙ, ҡағылмағыҙ, ымһынмағыҙ, кеше хаҡы һәм рәнйеүе һис ҡасан ебәрмәй. Ебәрмәй!”
Сығанаҡ: Хәйҙәр Тапаҡов