Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ныҡлап өйрәнеүгә теләк белдерә. Башҡорт телен бик кәрәкле итергә һәм модаға индерергә кәрәк. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Башҡа бер кем дә быны беҙҙең өсөн эшләмәйәсәк!”
Радий Хәбиров, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, 2019 йыл.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. (Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма). Ойошма үҙенең ғәмәлдәге эшмәкәрлеген 2019 йылдың февраленән башланы. Фондтың бөгөнгө эш һөҙөмтәләре – мәғрифәтселек эшмәкәрлеген алып барыу. Шулай итеп, 2019 йылдан яңы проект – башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант индерелде. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар һаны 2019 йылда 70 меңдән 2024 йылға 408 мең кешегә тиклем, ҡатнашыусылар географияһы донъя масштабына етте.
Йылайыр районы ла йыл һайын “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһына ҡушыла.
Гөлфиә ХАЖИЕВА, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы:
- Йыл да уҙғарылып килгән был акцияла Йылайыр районы халҡы ла теләп ҡатнаша. Хатта шуны әйтер инем, аҙаҡҡы йылдарҙа “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында ҡатнашырға теләгәндәр һаны бермә-бер арта. Быйыл, мәҫәлән, райондың белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа 40-лап майҙансыҡ эшләне. Унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә, акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла башҡорт телендә иркен аралашыусылар төркөмөндә диктант яҙҙы. Был, әлбиттә, беҙҙең район халҡының үҙ телендә иркен аралашыуы, уны белеүе хаҡында ғына һөйләй.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығында айырым структур бүлексә – милли мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү институтында – милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. Эш һөҙөмтәләре: 2019 йылда I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үткәрелде, 2020 йылда Беренсе төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙҙы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса Беренсе Халыҡ-ара форум үтте. Саралар йомғаҡтары буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде, улар ярҙамында 2019-2023 йылдарҙа республика территорияһында 8 полилингваль мәктәп асылды (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында).
Йылайыр районында полилингваль мәктәптәр әлегә булмаһа ла, башҡорт телен ныҡлап өйрәнгән мәктәптәр бар. Ә район үҙәгендәге бер балалар баҡсаһында полилингваль түңәрәк эшләй.
Гөлсәсәк Айытҡолова, район мәғариф бүлеге начальнигы:
- Район мәктәптәрендә туған телдәрҙе өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ла быға иғтибар ҙур. Мәҫәлән, район үҙәгендәге өс балалар баҡсаһында ла башҡорт теле түңәрәктәре эшләп килә. Унда, әйтергә кәрәк, башҡорт милләтле балалар ғына түгел, ә башҡа милләт балалары ла теләп шөғөлләнә. Мәҫәлән, түңәрәккә йөрөгән балаларҙың күпселеген рус милләтле балалар тәшкил иткән балалар баҡсаһы ла бар. “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһында иһә башҡорт теле түңәрәге лә, полилингваль түңәрәк тә эшләп килеүе һөйөнөслө. Уның етәксеһе Вәсилә Таһирова билдәләүенсә, балаларҙың телдәргә ҡыҙыҡһыныуы тап кескәй саҡта һалынырға тейеш. Бала тиҙ отоп ала, өйрәнгәнен онотмай.
2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай мәктәптәр асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге – урындағы халыҡтың (башҡорт, татар, мари, удмурт һ. б.) телен тәрән өйрәнеү мөмкинлеген биреү.
Район мәктәптәрендә күп милләт вәкилдәре белем ала. Шуларҙың 1041-е башҡорттар. Алты мәктәптә башҡорт теле уҡытыла. Улар – Матрай, Япарһаҙ, Юлдыбай, Ҡашҡар, Йомағужа һәм Һабыр урта мәктәптәре.
Йылайыр ауылындағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында ла башҡорт кластары бар. 790 бала башҡорт телендә белем ала, шуларҙың 19-ы башҡа милләттән.
Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү, туған тел тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төрлө район саралары уҙғарылып тора. 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә, мәҫәлән, Матрай урта мәктәбендә “Башҡорт телен данлайбыҙ” исеме аҫтында ҙур сара уҙғарылды. Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә иһә (21 февраль) Юлдыбай урта мәктәбендә “Алтын тирмә” уйыны үтте. Ш.Бабич исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында йыл да “Халҡым өсөн” исеме аҫтында Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙа.
Юлдыбай ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың ижадына арналған “Тыуған ергә дан йырланы” ижади конкурс ойошторолдо. Райондың бөтә мәктәптәре был конкурста әүҙем ҡатнашты. Был бәйге сиктәрендә яҡташ яҙыусының ижады тураһында ғилми-ғәмәли конференция үтте.
2023 йылдың 20 апрелендә райондың бөтә мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм башҡа ойошмалары "Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант" акцияһына әүҙем ҡушылды.
2023 йылдың 27 апрелендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен яҡлау һәм популярлаштырыу, әкиәт башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының муниципаль этабы үтте.
16 майҙа Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсының муниципаль этабы үтте. "Яңғыҙ башҡарыусы" номинацияһында Гран-при яулаусыға педагогик хеҙмәт ветераны Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева премияһы тапшырылды. Был юғары премияға Матрай урта мәктәбе уҡыусыһы Ильяс Сыңғыҙов лайыҡ булды. Бөтә еңеүселәрҙе конкурстың зона этабына саҡырҙылар, унда улар беҙҙең район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. "Урал батыр" эпосы белгестәре" төбәк-ара викторинаһында бөтә ҡатнашыусылар ҙа призлы урындар яуланы.
Уҙған йылдан алып башҡорт гимназияһы базаһында “Урал батыр мәктәбе” эшләп килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар һәм “Урал батыр мәктәбе”ндә шөғөлләнеүселәр “Йөрәк эҙҙәре”, “Йөрәктән йөрәккә” әҙәби десанттарҙа, “Бураҡаева уҡыуҙары”, “Арыҫланов уҡыуҙары”, “Кейекбаев уҡыуҙары”, “Ғарипов уҡыуҙары”, “Нәжми уҡыуҙары” республика фәнни-практик конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Йомағужа урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Рауил ҡыҙы Таһирова беренсе урын яуланы. Был еңеү ҙә район бәҫен күтәреп, башҡорт телен үҫтереүгә ҙур бер аҙым булды.
Шул уҡ йылдың декабрендә “Асыш” республика конкурсы еңеүселәрен наградлау булды. Унда ла Зөлфирә Таһирова икенсе призлы урынға лайыҡ булды.
Туған телдәрҙә белем биреүсе педагогтар командаһы “Остаз” республика конкурсының зона этабында ҡатнашты, унда “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында еңеүсе булды.
Ҡырмыҫҡалы районында “Урал батыр мәктәбе” проектының 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса семинар үтте. Сарала Матрай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Г.Ф.Такалова менән башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы А.Ә.Билалова ҡатнашты. Проектты тормошҡа ашырыуҙағы емешле эше өсөн Альмира Әмир ҡыҙы Билалова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Өфөлә “Остаз” республика конкурсының ҡатнашыусылары башҡорт теле көнөнә арналған сарала ҡатнашты. Унда район мәғариф бүлеге “Остаз” конкурсын яҡшы ойошторғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтынан Рәхмәт хаты алды.
18 декабрҙә Ҡашҡар ауылында бик мәртәбәле район сараһы уҙҙы. “Остаз” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Х.Н.Тапаков бүләкләне. Шулай уҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы З.Н.Аҡҡужинаға "Урал батыр мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыуҙа уңышлы эшләгәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы тапшырылды.