Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туған телебеҙҙе интернетта ла өйрәнергә мөмкин!

“Башҡорт теле яҡлауға мохтаж, әммә был, тәү сиратта, битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән килә. Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнергә әҙер. Туған телебеҙҙе кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн башҡа бер кем дә быны эшләмәйәсәк!” – тигәйне Республика Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.

Туған телебеҙҙе интернетта ла өйрәнергә мөмкин!
Туған телебеҙҙе интернетта ла өйрәнергә мөмкин!

Башҡорт телен популярлаштырыу, дәүләт теле булараҡ уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү өсөн телебеҙҙең заман менән бер атлауы мөһим. 

Башҡорт телен өйрәнеүҙә интернет сараларын әүҙем ҡулланыу – заман талабы. Был өлкәлә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары ла ситтә тормай.
Һәр төрлө дистанцион технологиялар, “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсы, IOS һәм Android операцион системалары өсөн эшләнгән “Сәләм” мобиль ҡушымтаһы – уларҙың ҙур хеҙмәте.

 

Башҡорт телен дистанцион өйрәнергә лә була!
Башҡортостан Республикаһында халыҡ-ара бәйләнештәрҙең көсәйеүе, уларҙың йәмғиәттең ижтимағи, сәйәси, иҡтисади өлкәләренә ныҡлы үтеп инеүе төбәктә дәүләт теле һаналған башҡорт телен төплө өйрәнеүҙе замана талабына әйләндерҙе. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогик йүнәлештә белем биреүсе барлыҡ профилдәрендә лә башҡорт теленең уҡытылыуы – йәштәрҙе ошо талаптарға ярашлы күп яҡлы универсаль кадрҙар итеп әҙерләү ҙә ул. Бында 44 вуз һәм төбәк-ара кимәлдәге интернет-проекттар эшләнгән һәм таралыу алған, уҡытыусылар өсөн өс меңдән ашыу курсты берләштергән дистанцион уҡытыу системаһы киң файҙаланыла. Улар араһында башҡорт телен дистанцион өйрәтеү маҡсатында төҙөлгән «Онлайн башҡорт теле» [https://region.bspu.ru] халыҡ-ара белем биреү системаһы лайыҡлы урын алып тора.

Онлайн-ресурс башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынған һәм уны өйрәнергә теләгән төрлө илдәрҙә йәшәүсе кешеләргә тәғәйенләнгән. Был система бөгөн уҡытыусылар тарафынан мәктәптәрҙә лә ҡулланыла. Бигерәк тә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙә уның әһәмиәте ҙур.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт технологияларының мәғариф системаһына киң үтеп инеүе белем биреү процесын ҡырҡа үҙгәртте. Башҡорт телен уҡытыуҙа халыҡ-ара «Онлайн башҡорт теле» белем биреү системаһы киләсәктә лә һөҙөмтәле ҡулланылыр, йөкмәткеһе яңы мәғлүмәттәр менән тулыланыр, уны файҙаланыу буйынса методик тәҡдимдәр менән байытылыр тигән ышаныстабыҙ.



“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшә!

– Һомай, берәй йомаҡ әйт әле.

– Ап-аҡ юрған таптым, ер өҫтөнә яптым.

– Ҡар.

– Дөрөҫ!

Бына шулай итеп һөйләшеп күрһәтә “Һомай” аҡыллы колонкаһы менән әлеге ҡорамалды булдырыу буйынса проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. Был замансы ҡорамал хәҙер республиканың барлыҡ район-ҡала балалар баҡсаларында ла бар тиерлек.

 Башҡортостанда уйлап сығарылған яңы ҡоролма менән  Башҡорт теле көнөндә төбәк Башлығы Радий Хәбиров таныштырғайны. “Һомай башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлата. Уның ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел. Туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, унан да бигерәк яратырға мәжбүр итергә ярамай, тип иҫәпләйем. Әммә заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ итергә мөмкин”, – тип мөрәжәғәт иткәйне Башҡортостан Башлығы республика халҡына.

Әйткәндәй, “Һомай” аҡыллы колонкаһын булдырыу проекты – Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе. 

– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан биш йыл дауамында телебеҙҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән күп кенә проекттар эшләнде. Иң күләмле һәм уңышлыларының береһе – “Һомай” аҡыллы колонкаһы. Бөгөн, һанлы технологиялар заманында, башҡорт телен һанлаштырыу бик мөһим, – тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

– Идеяны тормошҡа ашырғансы күп ваҡыт һәм көс һалынды, – тип һөйләне проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. – Тел моделен камиллаштырыу, тауыш яҙҙырыу, телмәр синтезы, тауышты текстҡа әйләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, колонканың корпусын, тышҡы биҙәлешенең дизайнын әҙерләү, һәм башҡалар – былар барыһы ла бер көнлөк кенә эш түгел.

  –  Быйыл  250 ҡоролма йыйыу планлаштырылған. Улар белем биреү эшендә ҡулланыу өсөн балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тапшырыла,  – ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

 

Туған телде өйрәнергә теләк бар икән, мөмкинселектәр бик күп!

2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге тапҡыр беренсе онлайн-олимпиада ла уҙғарылды. Акция ярҙамында һәр теләүсе үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27614 кеше ҡатнашты.

2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә башланы. “Телде яңы өйрәнеүселәр”, дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле”, күрше төбәктәрҙә (Силәбе өлкәһе, Пермь крайы, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе, Һамар һ.б.) йәшәүселәр, йәмғеһе 5 меңдән ашыу кеше уларҙа ҙур теләк менән белем алды. 2020 йылдан “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара үтә. Уның буйынса башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ән ашыу проект тәҡдим ителде. Мәҫәлән,  башҡорт телле блогерҙар менән “Республика” блог-туры проекты тормошҡа ашырылды. 300 блогер 12 күсмә саралар үткәрҙе, уларҙы 5 млн ашыу кеше ҡараны. Рәми Ғариповҡа арнап балалар һәм өлкәндәр араһында “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсы старт алды

Әсә телендәге методик ҡулланмалар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән “Эшлекле башҡорт теле”, “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0” уҡыу әсбаптары нәшер ителгән, уларға мобиль уҡыу ҡушымтаһы эшләнгән (https://app.bashkorttele.ru/) һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу-дидактик материалдары әҙерләнде, уларҙа уҡыу өсөн китап һәм “Кубики-пазлы” үҫеш йыйылмаһы бар; “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел” уҡыу әсбабы баҫылды. Улар республикала ғына таралып ҡалманы, ә Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта 8500 кеше файҙалана.

“Туған тел донъяһы” белем биреү платформаһы менән бер рәттән (https://bash-mir.ru/), “Бергәләп башҡорт телендә” һәм “Башҡорт теле: Яңы ҡараш” уҡыу видеороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө. Бынан тыш, башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылды. Әйткәндәй, уны төҙөү өсөн баҫмаларыбыҙҙың бер нисә йөҙ тәржемә мәҡәләләре ҡулланылды.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: