Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Һомай» аҡыллы колонкаһы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?

Ул саф башҡорт телендә һөйләшкән чат-бот.

«Һомай» аҡыллы колонкаһы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
«Һомай» аҡыллы колонкаһы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?

«Һомай» башҡорт һәм рус телен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлата, башҡорт аш-һыуы рецептарын табып бирә. Шуныһы мөһим, был колонка ярҙамында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа башҡорт телен өйрәнә ала.

Проектты Айгиз Ҡунафин етәкселегендәге программистар төркөмө әҙерләгән. Аҡыллы колонка нигеҙендә – яһалма интеллектлы чат-бот ята.

Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнирә Марат ҡыҙы Иҫәнбаева ошондай башҡорт колонкаһы отҡан. Уны уҡытыусы яңы уҡыу йылында мәктәп балалары өсөн ҡулланмаҡсы

– Үҙебеҙҙең мәктәп тураһында мәғлүмәт биреп, анкета тултырып ебәрҙем һәм бушлай колонкаға эйә булырға насип булды. Алып ҡайткас, өйҙә балалар менән эшләтеп ҡараныҡ, ыңғай яҡтарын иҫбатланыҡ. Ҡыҙык итеп саф башҡортса яуап биреүе, әкиәттәр һөйләүе, әлбиттә, һөйөнөслө. Дөрөҫөн әйткәндә, әле Һомай менән яҡшылап дуҫлашмағанбыҙ әле. Эшкә сыҡҡас, уҡыусыларым менән уны дәрестә ҡулланырға иҫәп тотам. Шунда ныҡлап танышырбыҙ инде. «Һомай» колонкаһына заяка ҡалдырҙыҡ та, онотҡайныҡ инде, бер көндө баш ҡалаға саҡырыу килеп төштө. Унда әлегә бөтә башҡорт йырҙары ла юҡ, аңлауымса, уны яйлап тулыландыралар. Беҙ, тәүге ҡулланыусылар – тестлаусылар ролендә булабыҙ, – тип фекере менән уртаҡлашты Мөнирә Марат ҡыҙы.

Әлегә «Һомай» әҙ данала ғына сығарылған. Уларҙы туған башҡорт телен өйрәнгән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә тапшырғандар. Киләһе 200 аҡыллы колонка мәктәптәр өсөн эшләйәсәк. Һуңынан етештереүҙе һәм һатыуҙы яңы көс менән башларға планлаштыралар.

– Проект өҫтөндә эш 2020 йылда башланды. Был уй миңә пандемия ваҡытында, изоляцияла ултырғанда, килде. Дүрт бала атаһы булараҡ, тәүҙә мин балаларҙың өйгә эшен автоматик рәүештә тикшерә торған сайт уйлап табырға булғайным. Әммә изоляция үтеү менән уның кәрәге ҡалмаҫы билдәле ине. Шуға ла башҡортса һөйләшкән, аңлаған аҡыллы колонка булдырырға ҡарар иттем. Был теманы аңлаған, миңә ярҙам итергә теләгән дуҫтарым менән башҡортса текстар, башҡорт китаптарын уҡып, колонкаға индерҙек, – ти Айгиз Ҡунафин.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: