Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәүлит кисе

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Бөтөн ғаләмдең хужаһы, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау үә ололау һәм уның илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәргә салауат шәрифтәребеҙ уның ғәиләһенә һәм сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ булһа ине.

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

Бөтөн ғаләмдең хужаһы, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау үә ололау һәм уның илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәргә салауат шәрифтәребеҙ уның ғәиләһенә һәм сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ булһа ине.
11 рабиғүл әүүәл, шаршамбы, 29 ноябрь – кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе. Пәйғәмбәребеҙ Ҡорайыш ҡәбиләһенән булған. Атаһы – Ғабдулла ибн Ғәбделмоталлиб. Әсәһе – Әминә бинт Үәһб.
Нимә ул Мәүлит? Ул “тыуған ваҡыт” мәғәнәһен аңлата. Пәйғәмбәребеҙҙең мәүлитен үткәреү мосолмандарға үҙе бер оло ҡыуаныстыр. Пәйғәмбәребеҙ тыуғас, хатта кафыр Әбү Ләһәб шатлығынан бер ҡол ҡатынды азат итә. Һәм шуның өсөн һәр дүшәмбе көн тамуҡта уның ғазабы еңеләйтелә (Бухари хәҙисе).
Алланың илсеһе үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған һәм Аллаһҡа рәхмәтен белдереп, ул көндө ураҙа тотоп үткәргән (Мөслим хәҙисе).
Аллаһы Тәғәлә, “Әл-Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында: “Аллаһ Үҙе үә фәрештәләре пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә салауат әйтәләр. Әй, мөьминдәр, һеҙ ҙә пәйғәмбәргә салауат үә сәләм еткерегеҙ”, – тип бойора.
Мәүлит – бар илдәрҙең дә дини ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл.
Хәҙис: “Мосолмандар яҡшы тип иҫәпләгән һәр нәмә – Аллаһ алдында ла яҡшы, мосолмандар насар тип иҫәпләгән ғәмәлдәр – Аллаһ ҡаршыһында ла насар һәм лайыҡһыҙҙыр” (Әхмәд хәҙисе).
Мәүлит ваҡытында мосолмандар бер урынға йыйыла, Аллаһҡа зикр ҡыла, пәйғәмбәргә салауат әйтә, тормошон өйрәнә, ғәмәлдәрен-мөғжизәләрен бәйән итеп, уға оҡшарға тырыша.
Мөхтәрәм йәмәғәт, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе үк Ҡөрьәндә салауат әйтергә ҡуша икән, барыбыҙ ҙа һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләмгә салауаттар әйтеп, доғалар ҡылып, нәфел намаҙҙары уҡып, районыбыҙҙың бөтә ауылдарының мәсеттәрендә лә Мәүлит байрамын күркәм итеп үткәрәйек! Амин!


Хөрмәт үә изге доғалар менән - Башҡортостан Диниә назаратының Урал аръяғы буйынса ахуны Хәмзә хәҙрәт ХАФИЗОВ.
Читайте нас: