Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
12 Декабрь 2017, 11:46

Көслө рухлылар көнө

Йыл һайын декабрь башында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө билдәләнә. Был көн шулай уҡ миһырбанлыҡ көнө тип тә йөрөтөлә халыҡ араһында һәм ул инвалидтарҙың проблемаларына, уларҙың кешелек дәрәжәһен, хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Йыл һайын декабрь башында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө билдәләнә. Был көн шулай уҡ миһырбанлыҡ көнө тип тә йөрөтөлә халыҡ араһында һәм ул инвалидтарҙың проблемаларына, уларҙың кешелек дәрәжәһен, хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.
Был көндө район үҙәгендәге “Йондоҙло” физкультура-сәләмәт-ләндереү комплексында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланған сара уҙҙы. Сараның беренсе өлөшөндә инвалидтарҙы йәмғиәт тормошона ылыҡтырыу темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткә-релде. Уның эшендә Башҡортостандың медицина-социаль экс-пертизаһы баш бюроһы рәйесе Т.Х.Ҡылысбаева, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Ф.Ф.Әбделмәнов, райондың пенсия фонды идаралығы начальнигы Р.Р.Амантаева, мәшғүллек үҙәге начальнигы Г.В.Бегун, ветерандар советы рәйесе Н.И.Булавина, инвалидтар йәмғиәте рәйесе З.А.Хәсәнова, Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенең Йылайырҙағы бүлеге мөдире Е.А.Шарова, район поликлиникаһы мөдире И.А.Хәмитов, район инвалидтар йәмғиәте активистары ҡатнашты.
“Түңәрәк өҫтәл” ултырышында инвалидтарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, пенсия менән тәьмин итеү, социаль биналарға кәртәһеҙ юл, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мөмкинлектәре сик-ләнгән кешеләрҙең мәшғүллеге һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Райондың ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам бүлеге белгестәре Ольга Николаевна Лушникова һәм Лилиә Рауил ҡыҙы Воробьёва балалар менән төрлө уйындар үткәрҙе, уларҙың ата-әсәләре лә ярыштарҙан ситтә ҡалманы.
Сараның икенсе өлөшөндә шашка, шахмат, дартс һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үткәрелде. Унда барыһы ла бик әүҙем ҡатнашты, еңеүселәр грамота һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Дартс буйынса Факил Алсынов иң мәргәне булып сыҡты. Икенсе урын Рәсих Таһировҡа, ә өсөнсө урын Салауат Мозафаровҡа бирелде. Шашка буйынса беренсе урынды Ғәйнетдин Кәлимуллин яуланы, Айҙар Солтанов менән Айгизә Ҡаҙаҡҡолова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Шахмат турнирында Салауат Мозафаров еңеүсе булды. Икенсе урын Рәсих Таһировҡа бирелде.

Читайте нас: