Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
14 Декабрь 2017, 19:09

Диниә назаратына – 100 йыл!

1917 йылдың тарихи ваҡиғалары халҡыбыҙҙың артабанғы яҙмышын хәл итеүҙә, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаны. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙәге Февраль революцияһынан һуң башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесы башлана. Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы эшен башлай. Уның беренсе фарманында башҡорттарҙың милли идараһын ойоштороу кәрәклеге раҫлана.

Ә инде икенсе фарман менән Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. Бер айҙан Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт ҡоролтайында Дин тураһында закон ҡабул ителә. Башҡортостан мосолмандарының Баш Диниә назараты һәм уның мөфтөйө һайлана. Республикалағы тәүге дини ойошма 1937 йылға тиклем уңышлы эшләп килә. Был ваҡытта бик күп китаптар баҫыла, кадрҙар әҙерләнә, мәсеттәр асыла, ғөмүмән, халыҡҡа юғары рухи тәрбиә биреү буйынса әллә күпме эштәр башҡарыла. Әммә 1937 йылда Диниә назараты вәкилдәре, нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессиялана. Ошонан һуң ойошманың эше туҡталып ҡала. Тик 1992 йылда ғына Башҡортостан мосолмандары ҡор йыйып, Диниә назаратын ҡайтанан булдыра. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин мөфтөй итеп һайлана.
Шулай итеп, Диниә назаратының бер быуатлыҡ данлы тарихына ҡатмарлы колхозлашыу осоро ла, мәсеттәрҙең ябылыуы ла, шанлы һуғыш йылдары ла, унан килеп, кире иманға ҡайтыу мәле һәм бүтән ваҡиғалар ҙа ингән. Хәҙер Диниә назараты меңгә яҡын мәсет-мәхәлләне берләштерә...
Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Башҡортостан Диниә назаратының 100 йыллығына бағышланған конференция уҙҙы. Район хакимиәте, тарафынан ойошторолған был матур сарала хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнә-сәбәттәр буйынса совет советнигы Руслан Дияс улы Ҡарамышев, Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Нурғәле улы Арыҫланов, тарих фәндәре кандидаты, социо-мәҙәни эҙләнеүҙәр үҙәгенең етәксеһе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов, Урал аръяғының ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Башҡорт дәүләт университетының “Теология” фәнни-белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары Гөлназ Венер ҡыҙы Балягова, Урал аръяғы райондарының имамдары ҡатнашты.

Читайте нас: