Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Темәстә ҙур форум үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан Баймаҡ районында оло форум ойошторҙо. «Беҙ Рәсәй менән мәңге бергә!» тип аталған сара Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә үтте.


Форумда башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, төбәк-ара ҡоролтай берекмәләре етәкселәре, шулай уҡ Урал аръяғы һәм Көньяҡ төбәк ҡоролтайҙары берекмәһенә ҡараған ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.

Беҙҙең райондан был мәртәбәле сарала район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Барис Ишбулды улы Солтанов, Ҡашҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы Нәҙерғолова, Юлдыбай китапханаһы китапханасыһы Рәмилә Ишбулат ҡыҙы Айытҡолова ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусылар Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәйкәленә сәскәләр һалды, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ҡылды. Ошонда уҡ Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан «Беҙ Рәсәй менән мәңге бергә!» тип аталған театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Бер быуаттан һуң Темәс урамдарынан йәнә башҡорт ғәскәрҙәренең аттарҙа уҙыуын күреү аңлатып бөткөһөҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был тарихи реконструкция Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыуға арналған форумдың бер өлөшө булды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышының Темәс ауылында үтеүе бер ҙә осраҡлы түгел ине. Ултырышта комитеттың йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләп кенә ҡалманылар, халҡыбыҙҙың үткәненә бәйле ваҡиғаларға байҡау рәүешендә әңгәмә лә ҡорҙолар унда ҡатнашыусылар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Миңләхмәт улы Ишемғоловтың сығышын да форумда ҡатнашыусылар ҙур иғтибар менән тыңланы, нәҡ ошо сығыш һөйләшеүгә йүнәлеш бирҙе лә инде.

– Башҡорттар алдына тарих ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, беҙҙең өсөн илдең берҙәмлеге гел беренсе урында торҙо. Ата-бабаларыбыҙ ҙа үҙҙәренең йәшәгән ерҙәренән тыш, ил өсөн дә яуаплылыҡ тойған, тел һәм дин айырмаған, ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, тыныслыҡ яулаған, — тине Әмир Миңләхмәт улы. – Беҙҙең бурыс – ата-бабаларыбыҙ ҡаны менән яуланған тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ һаҡлау. Ә быны тик берҙәмлектә башҡарырға мөмкин. Беҙгә илебеҙ киләсәге өсөн бергә булырға кәрәк...

Көндөң икенсе яртыһында “түңәрәк өҫтәл” ултырышы ойошторолдо. “Темәс ауылы – Башҡортостандың иң ҙур ауылдарының береһе, – тип билдәләне Әмир Ишемғолов, ултырышты асып. – Хәҙер ул тарихи-мәҙәни үҙәк тип иғлан ителде. Бында бөгөн дә бөтә нәмә 1919 йыл хаҡында һөйләй кеүек. Ә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә килгәндә, уны 2017 йылда ла, 2019 йылда ла билдәләү дөрөҫ булыр. Сөнки ҡанлы 1917 булмаһа, автономия килтергән 1919 ҙа булмаҫ ине. Беҙ бәхетле, кем тағы ла республикаһының бер быуатлыҡ байрамын 3 йыл дауамында билдәләй әле!”.

Тарихсы яҡташыбыҙ Азат Ярмуллиндың сығышы Башҡорт Автономияһы барлыҡҡа килеүгә, уны яулауға үҙ өлөшөн индергән тарихи шәхестәргә бәйле булды.

– Беҙҙең республика – Рәсәй составындағы беренсе автономиялы республика. Сөнки беҙ – элек-электән үҙаллылыҡ яратҡан халыҡ. Иң мөһиме, 460 йыл дауамында башҡорттар – Рәсәйҙең патриоттары. Улар кеүек фиҙакәр хеҙмәт иткән халыҡ башҡаса юҡтыр, – тине Азат Шәкирйән улы.

Артабан сығыш яһаған Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Г.К.Сирғәлина, Башҡорт дәүләт университеты доценты И.Р.Сәйетбатталов, Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы А.Р.Мәжитов, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Р.Ш.Иҫәновтарҙың сығыштары башҡорттарҙың тарихын, йолаларын тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләренә ҡағылды.

Әлбиттә, һәр сығыш яһаусы Башҡорт Автономиялы Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алыуға әҙерләнеү тураһындағы уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлашты, был эште тағы ла нығыраҡ йәнләндереү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.


Гөлгөнә ҒӘРИФЙӘНОВА.
Б.Солтанов фотолары.


Читайте нас: