Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
3 Октябрь 2019, 17:03

Өфөлә нисә беренсе курс студенты Йылайырҙан икән?

Кисә генә һуңғы ҡыңғырауҙа мәктәптәре менән хушлашып, берҙәм имтихандар тапшырып йөрөгән сығарылыш класс уҡыусылары, бөгөн инде бер ай студент ашы ашайҙар.

Республикабыҙ баш ҡалаһы Өфөгә быйыл районыбыҙҙың нисә сығаралыш класс уҡыусыһы уҡырға керҙе икән? Бының турала Йылайыр районы йәштәре берлеге етәксеһе Фатима Иҫәнбаева һөйләне:
- Әлеге көндә беҙҙең ойошмала бөтәһе 45 беренсе курс студенты иҫәпләнә. Былар бөтәһе түгел, район мәктәптәренән сығарылыш уҡыусылары тураһында мәғлүмәттәр көтәбеҙ, шулай уҡ Йылайырҙан ҡырҙа уҡығандарҙы ла эҙләйбеҙ. Тимәк, беҙҙең рәттәр әле тулыландырыласаҡ.
Йылайыр районы йәштәре берлеге активистары уларҙың сафтарына яңы баҫҡандар менән, йолаға ярашлы, осрашыу үткәрҙеләр. Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында йыйылып, йәштәр квест һәм башҡа уйындар ойошторҙо. Төп маҡсат – танышыу һәм артабан бер ҙур ғаиләләй, дуҫлашып, бәләкәй тыуған еребеҙ исемен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеү.
Йылайыр районы йәштәре берлеге – районыбыҙҙың иң әүҙем студенттарынан торған ойошма. Иҫегеҙгә төшөрәйем, тап улар Хәйриә концерты һәм башҡа төрлө ҙур проекттарҙа ҡатнашалар, ойошторалар. Уларҙың рәттәренә ҡушылған “беренселәргә” уҡыуҙарында ла, йәмәғәт тормоштарында ла уңыштар теләргә генә ҡала! Яңы үрҙәр һеҙгә, йәштәр!
Фото Йылайыр районы йәштәре берлеге архивынан алынды.
Читайте нас: