Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
3 Октябрь 2019, 17:20

Йылайырҙар Санкт-Петербургты яулайҙар

“Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһы – Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән башҡорттарҙың берләшмәһе. 28 сентябрь көнө ассоциацияның активистары быйыл Питерға уҡырға ингән яҡташтары өсөн сара ойошторҙо.

Квест-экскурсия форматында уйланылған сара Төнъяҡ башҡала үҙәгендә уҙғарылды. Студенттар командаларға бүленеп күңелле уйын-һанауҙарҙы үткәс,Санкт-Петербург ҡалаһының Милләттәр йортонда йыйылдылар. Унда йәштәрҙе шулай уҡ бай программа көттө: өҫтәл уйындары, башҡортса фильмдар, йыр-моң.
Сарала Башҡортостандан ошо ҡалаға уҡырға килгән 30 студент, 15 ойоштороусы ҡатнашты. Шулар араһында беҙҙең райондаштар ҙа булды – Регина Ғансурина, Байрас Йоламанов, Ильмира Мәҡсүтова һәм Нәзифә Иҫәнбаева. Әйткәндәй, Нәзифә Иҫәнбаева “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһының етәксеһе, ул сара тураһында киләһеләрҙе әйтте:
- Әүҙем, ижади һәм файҙалы тормош рәүешен пропагандалап, Республикабыҙ киләсәгенә ҙур өлөш индерәбеҙҙер, тип ышанабыҙ. Йәштәрҙең яҡташтары менән бергә булыу теләге, саралар ойоштороуы, үҙ халыҡың позитив брендын булдырырға тырышыуы – күпте һөйләй.
Фото "Аманат" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: