Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юғары наградалар тапшырылды

Башҡортостанда табиптар көнө киң ҡолас менән билдәләнде. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн уларҙы тәбрикләү парад башланғанға тиклем Өфөнөң биш майҙанында үтте.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында йөҙгә яҡын табип Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ҡулынан Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Почет грамоталары, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен алды.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдында ғүмерҙәрен табип һөнәре менән бәйләргә йыйынған студенттарға, еңел булмаған осорҙа ярҙам ҡулдарын һуҙған ирекмәндәргә Башҡортостан Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Беҙ йәш белгестәргә рәхмәт белдереү тигән бик матур йоланы тергеҙәбеҙ”, – тине ул үҙ сығышында.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Башҡортостандың атҡаҙанған табиптарын, республиканың һаулыҡ һаҡлау буйынса атҡаҙанған эшмәкәрҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров ҡотланы.
“Бөгөн табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, фельдшерҙарҙың, ғөмүмән, кеше ғүмере өсөн көрәшкәндәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пандемия осоронда Башҡортостан табиптары, көстәре һәм һаулыҡтарын йәлләмәйенсә, сирҙе йоҡтороуҙың бар ҡурҡынысын аңлаған көйөнсә, алғы һыҙыҡта коронавирус зәхмәте менән көрәшә. Улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән юғары һөнәри оҫталыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә”, – тине ул.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында бөгөнгө көн геройҙарын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне. Дәүләт наградалары бында 35 кешегә тапшырылды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 25 табипҡа Рәсәй Федерацияһы Думаһынан, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советынан, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән юғары наградалар тапшырҙы.
Фото: health.bashkortostan.ru һәм "Башинформ".
Читайте нас: