Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лагерҙар өсөн

“Берҙәм Рәсәй”ҙең Президент тарафынан хупланған балалар ялы өсөн кешбэк башланғысы 20 майҙан эшләй башлай.

Башҡортостанда туристик кешбэгы программаһында 107 балалар лагеры ҡатнашасаҡ. Программа 20 майҙан эшләй башлай һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәгәндәр өсөн балалар ялына ярҙам итеү республика программаһы ғәмәлдә. Программала ҡатнашҡандар юллама хаҡынан 30 процент күләмендә өҫтәмә компенсация аласаҡ. Шулай итеп, уларға сығымдарҙың 80 проценты компенсацияланасаҡ. Прграммала ҡатнашмағандар иһә юлға хаҡтың 70 процент кимәлендәге компенсацияға дәғүә итә ала. Ә уны республика бюджетынан түләйәсәктәр.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Окуневаның хәбәр итеүенсә, Ростуризм лагерҙарҙа һәм ял базаларында балаларҙың йәйге ялына кешбэк программаһы старты өсөн кәрәкле документтарҙы әҙерләй.
Читайте нас: