Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Aнкл бенc салаты

Был салат рецепты күптәр һорай. Юғалтмаҫ өсөн һаҡлап ҡуйығыҙ!

2 кг ҡабаҡ, 600гр башлы һуған, 600гр татлы борос, 1кг помидор алына.

Мapинад өсөн: 1 cтакан шыйыҡ май, 0,5 cтакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 0,5 cтакан (әҙерәк тә була) аш һеркәһе, 3 аш ҡалағы томат пастаһы.

Ҡабаҡты, татлы боросто һаламлап турайбыҙ, һуғанды ярты балдаҡ итеп, помидорҙы теләгәнсә тураҡлайбыҙ. Маринад әҙерләп, сөм мискәлә болғайбыҙ һәм урта утта ҡайнатабыҙ. Ҡабаҡты һалабыҙ һәм 10 минут бешерәбеҙ, артабан һуғанды төшөрәбеҙ һәм 5 минут бешерәбеҙ, татлы боросто һалабыҙ һәм тағы 5 минут бешерәбеҙ. Помидорҙы өҫтәгәс, 10-15 минут ҡайнатабыҙ. бешергән ваҡытта ағас ҡалаҡ менән болғап торабыҙ. Салатты эҫе килеш банкаларға тултырабыҙ. Һалҡын урында һаҡлайбыҙ.

сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-220333155_5236

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: