“Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән иҫ китмәле уҡымлы, ҡыҙыҡлы китап яҙҙы баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе әҙибә Зөһрә Ҡотлогилдина. (“Һуғыш балалары һөйләй”, “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле өс китаптан торған трилогияның береһе). Ул республиканың төрлө райондарының төрлө ауылдарында булып, бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән быуын кешеләре менән осрашып, уларҙың яҙмышын киң ҡатлам уҡыусыларына сығарҙы. Һәм, минеңсә, был китаптарҙың әһәмиәте уларҙың художестволы кимәлендә, яҙыусының фантазияһында йәки халыҡсанлығында түгел, ә тик әңгәмәсе нисек һөйләй, шулай яҙылыуында. Диалект һүҙҙәр, ҡыҫҡартып әйтеүҙәр, әҙәби телгә хас булмаған телмәрҙәге һөйләш уларҙы ҡыҙыҡлы итә, тап алдыңда ултырған кешенең күңелен аса, асылын күрһәтә. Биҙәмәйсә, бөҙрә һүҙҙәр ҡулланмайса, матурламайса, бары ике кешенең ысын әңгәмәһе рәүешендә. Миңә был китаптар тап ошо яғы менән оҡшаны һәм күңелемде яуланы.
Шуға күрә район гәзитен уҡыусыларға минең тәҡдимем бар: туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ, ауылдаштарығыҙ араһында һуғыш осоро балалары бар икән, әйҙәгеҙ беҙ ҙә уларҙың яҙмышын тарихҡа теркәп ҡалдырайыҡ. Уларҙың сафы көндән-көн һирәгәйә, ололар иҫән саҡта үҙ ауыҙҙарынан ишеткәнде ҡағыҙға теркәйек, баштарынан үткәнде башҡаларға ла ишеттерәйек. Тормош юлын башынан аҙағына тиклем һөйләп кенә сыҡмайыҡ, ә иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙы, фажиғәлеме, йәлләнесме, ҡурҡынысмы, йә иң шатлыҡлы берәй көнмө – шуларҙы яҙып алайыҡ һәм Йылайыр районы һуғыш осоро балаларының яҙмыш йылъяҙмаһын тарихҡта ҡалдырайыҡ. Әгәр үҙегеҙ яҙырға йөрьәт итмәһәгеҙ, “Ауыл уттары” гәзите журналистарын саҡырығыҙ. Был тәҡдим менән миңә 2016 йылда уҡ Һабыр ауылы халҡы исеменән мәғариф ветераны Эльмира апай Юламанова мөрәжәғәт иткәйне. Әммә мин, уйлашырға кәрәк, тип кенә яуапланым да, ваҡыт юҡлыҡтанмы, илтифат итмәйме, был хаҡта оноттом... Әйҙәгеҙ әле ошо изге эште башлайыҡ! Тарихтың ҡанлы ваҡытын, һуғыш осоро балаларының яҙмышын бер-беребеҙгә бәйән итәйек!”
Зөлфирә дөрөҫ әйтә: ололар иҫән саҡта улар кисергәндәрҙе үҙ ауыҙҙарынан ишетеп ҡағыҙға теркәйек, сөнки нимә генә тимә, ташҡа баҫылған барыбер тарихта һаҡланып ҡала.