Ауыл уттары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
3 Май 2023, 08:31

«Үлемһеҙ полк» халыҡ хәрәкәте 2023 йылда яңы форматтарҙа үтәсәк

Ойоштороусылар бөтә Рәсәй масштабында батырҙарға бер нисә ысул менән хөрмәт күрһәтергә тәҡдим итә:

«Үлемһеҙ полк» халыҡ хәрәкәте 2023 йылда яңы форматтарҙа үтәсәк
«Үлемһеҙ полк» халыҡ хәрәкәте 2023 йылда яңы форматтарҙа үтәсәк

1. Геройығыҙҙың фотоһын автомобиль салонының эсенән ҡабырғалағы быялаға урынлаштырырға.

2. Кейемегеҙҙе ғаилә батырының фотоһы менән биҙәп, ошо көндө уның менән бергә үткәрергә

3. Үҙеңдең батырыңды ҡуйып бейдж яһарға һәм уны Еңеү көнөндә тағып йөрөргә.

4. Социаль селтәрҙәрҙә аватарҙы бер көнгә алмаштырырға, Бәйләнештә селтәрендә открытка булдырып, ғаилә геройының биографияһын #нашБессмертныйполк хештегы менән урынлаштырырға.

5. «Үлемһеҙ полк» проектының сайтына үҙ геройыңды өҫтәргә, һәм Еңеү көнөндә сайттың һәр ҡулланыусыһы видеорәттә үҙенең ветераны тураһында мәғлүмәт таба аласаҡ. Бының өсөн эҙләү юлына уның фамилияһын, исемен һәм атаһының исемен индерергә кәрәк.

Һәр кем ветерандарҙы иҫкә алыу өсөн бер йәки бер нисә ысулды һайлай ала. Шулай итеп, Үлемһеҙ полк бер урам, майҙан йәки яр сигенән сығасаҡ. Һәм һәр кем үҙенең ғаилә батырҙары менән бергә Еңеү көнөндә Үлемһеҙ полктың бер өлөшөнә әүереләсәк.

Еңеү көнөнә ҡарата акциялар үткәреү буйынса мәғлүмәт биреү өсөн Рәсәйҙәге Үлемһеҙ полктың ҡыҙыу линияһы эшләй: 8 (800) 20-1945-0

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: