Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
25 Апрель , 21:52

79-сы Еңеү яҙын ҡаршылап!

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды. Һүрәттә Йомағужа урта мәктәбе коллективы. Улар йыл һайын ошо акцияға әүҙем ҡушыла.

Георгий таҫмаһы — символик таҫмаларҙы таратыу буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған йәмәғәт акцияһы.

2005 йылдан алып «РИА Новости» һәм йәштәргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы (РООСПМ) - «Студенттар ойошмаһы» - башланғысы менән үткәрелә.

Шулай итеп, Акция 2005 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм традицион акцияға әүерелде. Быйылғы йылда был акция Республикабыҙҙа 24 апрелдән 9 майға тиклем уҙғарыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: