Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
15 Май , 14:57

Тарихты балалар һәм ейәндәр һөйләй...

Әсәйемдең ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин Йылайыр районы Байғужа ауылынан 1942 йылдың июнендә һуғышҡа китә. Ҡаты бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана, - тип һөйләй Байғужа ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Шамонино ҡасабаһында йәшәүсе Райхана Юлгилдина. Ул “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашып еңеүсе булған, ҡотлайбыҙ!

Тарихты балалар һәм ейәндәр һөйләй...
Тарихты балалар һәм ейәндәр һөйләй...

Райхана Юлгилдина ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин тураһында бына нимәләр яҙған:

“Әсәйемдең ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин Йылайыр районы Байғужа ауылынан 1942 йылдың июнендә һуғышҡа китә. Ҡаты бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана. Өс тапҡыр, 1943-1945 йылдарҙа, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Германияға тиклем барып етеп "Берлинды алған өсөн", "Бөйөк Еңеү өсөн" миҙалдары менән наградалана. Беҙҙең тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк өсөн үҙен аямай көрәшкән ҡартатайым менән ғорурланам!

Ҡартатайым ҡатынын һәм балаларын (биш ул тәрбиәләп үҫтерәләр) ҡыуандырып, Бөйөк Еңеү менән ҡайта. Әммә, үкенескә ҡаршы, иң оло улдары һуғыштан ҡайта алмай. Ҡартатайым урман ҡарауылсыһы булып эшләй, матур итеп донъя көтә.

Ҡартатайыма һәм ҡәртәсәйем Камилаға рәхмәтлемен! Икенсе улдарының ҡатыны йәшләй генә донъя менән хушлашҡас, минең дүрт йәшлек әсәйемде һәм уның бер йәшлек ҡустыһын тәрбиәләп оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар.

Һуғыш эҙемтәһеҙ булмаған, әлбиттә, ҡартатайым 59 ғына йәшендә ауырып мәрхүм булған.
Беҙҙең яҡшы һәм тыныс тормошобоҙ өсөн көрәшкән һәр бер ата-бабаларыбыҙ, тылда тырышып эшләгән, балалар тәрбиәләгән - инәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ!”

Райхана Юлгилдинаны ҡотлайбыҙ, киләсәк быуын балаларына өлгө булып, тарихыбыҙҙы, яҡындарығыҙҙы онотмауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

Бер кем дә, бер ҡасан да онотолмай!!!

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/0905/2024-05-14/artatayyma-m-rt-s-yem-kamila-a-r-hm-tlemen-3764705 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: