Победа. Акции
14 Апреля , 03:29

Уҡыусыларҙы кибер хәүефһеҙлек дәрестәренә саҡыралар

Цифровойликбез.рф порталында киберһөжүмдәрҙән һаҡлауға арналған ике яңы видеоролик һәм методик материалдар урынлаштырылған.

Башҡортостан уҡыусылары “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектын (национальный проект “Экономика данных”) һәм “Технологик лидерлыҡ” милли маҡсатын тормошҡа ашырыуға ярашлы көнүҙәк киберһөжүмдәр хаҡында белә ала, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

Цифровойликбез.рф порталында киберһөжүмдәрҙән һаҡлауға арналған ике яңы видеоролик һәм методик материалдар урынлаштырылған.

Беренсе роликта аҡыллы йортто хәүефһеҙ итеү һәм йорт хайуандарын һанлы технологиялар ярҙамында һаҡлау тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә “зыянлы кәңәштәрҙән” ысынбарлыҡта эшләгән кибер-хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен айырырға өйрәтәләр.

Видеояҙмалар алты йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән, уларҙы ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән бергә ҡарарға кәңәш ителә. Өҫтәп, уҡытыусылар өсөн методик материалдар бар, был уларҙы уҡыу процесына һөҙөмтәлерәк интеграциялауға, дәрестәрҙә һәм кластан тыш эшмәкәрлектә, шулай уҡ ата-әсәләр йыйылыштарында ҡулланыуға ярҙам итә.

–  Балаларҙы кибергигиена нигеҙҙәренә өйрәтеү – дәүләттең ағымдағы ысынбарлыҡтағы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе. “Һанлы ликбез” федераль проекты уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә селтәрҙә хәүефһеҙлек тураһында үҙаллы белем алырға, ә уҡытыусыларға дәрестәр үткәргәндә методик материалдар һәм видеороликтар ҡулланырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас