Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Ул – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Республикабыҙҙа хеҙмәт яратыусан, дуҫ һәм татыу халыҡ йәшәһен! Илебеҙгә тыныслыҡ килһен!!!

1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы
1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Был көндөң тарихи башланғысы 1886 йылға барып тоташа. Америка Ҡушма Штаттарының Чикаго ҡала­һында эшселәр хеҙмәт сәғәттәрен кәметеүҙе талап итеп, демонстрацияға сыға. Һуңынан йыл һайын ошо көндә эшселәр йыйыла башлай. 1889 йылда Парижда уҙғарылған II Интернационал конгреста 1 май Бөтә донъя эшсе­ләренең теләктәшлек көнө тип иғлан ителә. Беҙҙең илдә иһә, Совет власы ойошторолғас, был көн рәсми бил­дәләнә башлай.


Бөгөн дә был байрам төп мәғәнәһен юғалтмаған, сөнки хеҙмәт беҙҙе – төрлө ҡараш һәм быуын кешеләрен берләштерә. Эшһөйәрлек йәм­ғиәтте үҫтереүгә, ҡуйылған маҡсат­тарға уңышлы өлгәшеүгә нигеҙ булып тора, тигән фекер менән бер кем дә бәхәсләшмәҫ. Был йәһәттән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, оло быуын вәкилдәре, республиканың, илебеҙҙең сәскә атыуына көсөн һәм тырышлығын йәлләмәгән хеҙмәтсән халҡы оло ихтирамға лайыҡ.


Тыныслыҡ, хеҙмәт һәм май – был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк булыуын туҡтатмай. Заман башҡа, заң башҡа тигән фекер хатта урынһыҙҙыр ҙа. Тик шуныһы мөһим – һәр кемдең хеҙмәте кәрәкле тип табылып, юғары баһаланырға тейеш. Былтыр Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индерел­гәндә лә ошо йүнәлешкә ныҡлы иғтибар бирелде. Тимәк, был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр әле.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: