Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсаттарыма ҡыйыу атлайым, ти Камилла

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлаусы ҡыҙға уҡыуҙа һәм мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн миҙал тапшырылды. Афарин, Камилла!

Маҡсаттарыма ҡыйыу атлайым, ти Камилла
Маҡсаттарыма ҡыйыу атлайым, ти Камилла

Йылайыр ауылында йәшәүсе Атауллиндарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән тырыш һәм аҡыллы Камилла бөгөн яңы тормошҡа аяҡ баҫа...

Имтихандарҙы уңышлы тамамлаған йәш ҡыҙға бөгөн көмөш миҙал тапшырылды. Бындай уңышында төплө белем биргән уҡытыусыларының, уның ҡәҙерле ата-әсәһенең хеҙмәте бик ҙур.

Шулай ҙа ҡыҙҙың һәр фәнгә ҙур иғтибар бүлеп, бар тырышлығын һалып уҡыуы уны ошондай уңыштарға алып килә.

Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Камилланы ҡотлайбыҙ, яҡты киләсәк һәм юғары үрҙәр теләйбеҙ!

Е. Венидиктов фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: