Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Октябрь , 10:57

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Беҙҙең районда махсус хәрби операция зонаһы яугирҙәренә ярҙам итеү йөҙөнән бик күп эштәр башҡарыла. Был эштән Йомағужа (Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе) халҡы ла ситтә ҡалмай, үҙ өлөшөн индереп килә. 

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Ауыл (биләмә) волонтерҙары, ололар һәм битараф булмаған барлыҡ ауылдаштар ошо мөһим һәм изге эшкә ихлас ҡушылған.

Эште башлап, башынан аҙағынаса халыҡты әйҙәп йөрөүсе “Ҡайтауаз” ҡатын - ҡыҙҙар фольклор ансамбле ҡыҙҙары менән әңгәмәләшәбеҙ. Халыҡты был эшкә нисек йәлеп итеүҙәре һәм, ғөмүмән, халыҡ теләп йөрөймө, юҡмы тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Ауылдаштар менән социаль селтәрҙәрҙә чат асҡанбыҙ, барлыҡ үтенестәребеҙҙе, һорауҙарыбыҙҙы шул чатҡа яҙып хәл итәбеҙ. Һәр береһе үҙ өлөшөн индерергә шатланып риза. Төркөмдәргә бүленеп селтәр үрәбеҙ, ҡорот, йәшелсә киптерәбеҙ. Шуға күрә, кемеһе табаҡ-табаҡ ҡорот килтерә, кемеһе үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләре менән бүлешә. Барыһы хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа, берәү ҙә ситтә ятып ҡалмай, – тип ҡыуана апайҙар.

 – Селтәр үрә башлағандан көн ҡалдырмай йөрөгән Әнисә Хәсәнова, Вәлимә  Такаева, Йәмилә Ҡотоева,  Ләлә Аблаева, Таңһылыу Мозафарова, Фәнүзә, Нәсимә, Алһыу Аҡҡужиналар, Ғилмиә Вәхитова, Лилиә Иҫәнбаева һәм башҡа, яҡташтарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған киң күңелле ауылдаштарыбыҙға, сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бер селтәр махсус хәрби операция зонаһына ебәреүгә әҙер ҙә инде, икенсеһен үреү менән мәшғүлбеҙ.  Хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусы егеттәребеҙгә был селтәрҙәрҙең ни тиклем кәрәк булыуын һәр кем яҡшы аңлай, сөнки улар пилотһыҙ осоу аппараттарынан, дошмандың башҡа күҙәтеү системаларынан кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала.  Йылайырҙағы «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге «ZемлякисVами» проекты менән президент Гранттары фонды конкурсында еңгән аҡсаға алынған маскировка өсөн материалдарҙы   үҙәк директоры Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы Солтанова алып килеп тапшырған. Шулай уҡ ҡорот, йәшелсәләр киптерә торған ҡулайлама, вакууматор менән дә улар тәьмин иткән. Килтерелгән ҡоротто әүәләп, йәшелсәләрҙе турап киптереү, һуңынан махсус төрөү пакеттарына һалып вакуумлау иһә Ләлә Халиҡова, Фәриғә Аҡҡужина, Ғәлиә Хәсәнова кеүек өлгөр апайҙар иңендә. Бынан тыш ауылдаштары  Әлмира Ҡолһарина шул үҙәктә егеттәребеҙгә эске кейемдәр тегергә ярҙам итә. Әҙер кейемдәрҙе әлеге ваҡытта яраланып  ҡайтҡан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта булған егеттәргә тапшырғандар ҙа инде.

Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған райондаштарыбыҙҙың махсус  хәрби операция зонаһында йөрөгән егеттәребеҙгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуҙары ҙур һөйөнөс. Күңел йылыһы һалып, изге теләктәр ҡушып үрелгән был селтәрҙәр кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡала икән – икеләтә ҡыуаныс. Йомағужаларға изге эштәрендә тик уңыштар   ғына теләйбеҙ!

 

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: