Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Октябрь , 10:22

Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым

Ошо көндәрҙә Матрай ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә  «Халҡым хазинаһы» ағинәйҙәр ойошмаһы  тарафынан  «Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым»  тигән матур сара үтте. Был тәрбиәүи сараға районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарынан ағинәйҙәр йыйылды.

Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым

Матрай ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ислам улы Йәрмөхәмәтов байрамға килеүселәрҙе сәләмләп, бындай сараларҙың тәрбиәүи яҡтан бик кәрәкле булыуы, артабан да ошондай сараларҙың әһәмиәтен юғалтмай, уларҙы ағинәйҙәр ярҙамы менән дауам итергә кәрәк тигән ышаныс белдереп,   ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ Йылайыр мәҙәниәт йорто методисы Гөлдәр Миңнулла ҡыҙы Хәбибуллина  Матрай ауылының иң әүҙем бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарына Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.

Артабан район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова һүҙ тотоп яулыҡ ябыныу тарихы – бик тәрәндә, яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтлеген ономайыҡ әле ҡатын-ҡыҙҙар, тип өндәште.

Кисәнең икенсе өлөшөндә алып барыусы, сараны ойоштороусы  Мөнирә Әмирхан ҡыҙы Атанбаева яулыҡтарҙың төрҙәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргәндән һуң, төрлө яулыҡтар менән матур дефиле ойошторолдо. Айырыуса, Таңһылыу Иҫәндәүләтованың быуындан-быуынға тапшырылып килгән, 60 йыллыҡ  тарихы булған, ҡомартҡы яулыҡ һәм күлдәктә сығыуы тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер.  

Фойела урынлашҡан фотокүргәҙмә, ҡомартҡы яулыҡтарҙан торған күргәҙмә һәр килгән ҡунаҡты әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып  торҙо. Һандыҡ төптәрендә ҡәҙерләп һаҡланған шәл-яулыҡтар араһында ниндәйе генә юҡ – күп төрлөлөктән, матурлыҡтан хатта күҙҙәр ҡамаша ине. Һәр яулыҡ үҙенсә иҫтәлекле, ҡәҙерле. Кисәгә бер нисә яулыҡ алып килгән Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы Мелкоедова бынан 74 йыл элек атаһының Стәрленән алып ҡайтып әсәһенә бүләк иткән шәл һәм үҙе килен булып төшкәндә ҡәйнәһенә бүләк иткән шәле тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Нурия Зөҙөлһаҡ ҡыҙы Мәҡсүтова  бейеменән ҡалған ҡомартҡы яулығын ҡәҙерләп һаҡлауын, ул яулыҡҡа инде 60 йыл булыуын хәтерләп, күҙ йәштәре аша тулҡынланып һөйләне.

Сара башҡорт халҡының йолалары, уйын-көлкө, шиғырҙар, килгән ҡунаҡтарҙың йыр-моңдары менән үрелеп барҙы. Кисә тәмле сәй табыны артында дауам итте. Ағинәйҙәр байрамдан ҡәнәғәт ҡалып, йылы тәьҫораттар менән таралышты.

Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Матурлыҡҡа әйҙәй яулығым
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: