+2 °С
Болотло
Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берлеге ағзалары 10-сы гуманитар йөктө "Башҡортостан" полкы, М.М. Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны һәм 428-се полктың республикабыҙҙан мобилизацияланған яугирҙарына уңышлы алып барып еткерҙе, шулай уҡ Красный Луч ҡалаһындағы "Барвинок" балалар баҡсаһын Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырҙы.
"Урал аръяғы эшҡыуарҙарының барыһына ла, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы А.С. Иҙрисовҡа һәм барлыҡ битараф булмаған кешеләргә ярҙам иткәндәре, ошо мөһим эшкә үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!",- ти егеттәр.