Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарын эшкәртеүселәр быйыл биш айҙа 12,5 мең тонна иген эшкәртеү тауарҙарын: он, ярма, көрпә, һалат экспортлаған. Был былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә экспортҡа оҙатыу Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора.
Импортлаусы илдәр иҫәбендә Әзербайжан, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан.
Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре контроле аҫтында сит илгә 12076 тонна он, 153 тонна ярма, 219 тонна көрпә һәм 51 тонна һалат оҙатыла.
Бөтә партияларҙың һынауҙары Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында үтте. Хәүефле организмдарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған. Тауарға 266 фитосанитар сертификат бирелгән.
Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ғинуар – май айҙарында Башҡортостан предприятиелары тышҡы баҙарға – Вьетнамға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға – 6,9 мең тонна иген эшкәртеү тауарҙарын оҙатҡан.