Баҡалы районының Таллыһыҙа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы медицина ойошмаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле барлыҡҡа килде.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, медикаменттар һаҡлау һәм башҡа бүлмәләр бар. Беренсел медицина-санитар ярҙамы Таллыһыҙа һәм Һөйөндөк ауылдарында йәшәгән 250 өлкән кешегә һәм 22 балаға күрһәтелә. Ауылдар халҡы һаулығы һағында – 38 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған Фәриҙә Ғәбиҙуллина.