Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Ғинуар , 08:38

Йәмәғәт биләмәләре яңыртыла

Башҡортостанда быға иғтибар ҙур

2019 йылдан алып Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының  (национальный проект “Инфраструктура дя жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы 806 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған.  Был турала төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованованың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2025 йылда федераль аҡсаларҙы йәлеп итеп, төбәктә 100 объект төҙөкләндерелгән, тағы ла 70 биләмә республика программалары һәм башҡа проекттар ярҙамында яңыртылған.

Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында паркты реконструкциялау тамамланған. Ишембай районында элекке баҡыр иретеү заводының биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Шулай уҡ Ағиҙел, Бөрө, Благовещен, Ишембай, Мәләүез, Учалы, Яңауыл, Дүртөйлө һәм башҡа ҡалаларҙа йәмәғәт биләмәләре яңы төҫ алған.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Быға торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу һәм башҡа саралар инә. Яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас