Проектта ҡатнашыусылар хәҙер йылдан-йыл артып ҡына ҡалмай, уның географияһы ла киңәйә. Быйыл сәхнәлә һүҙ маһирлығын 158 кеше еткереү теләген белдергәйне. Әммә, абруйлы баһалама комиссияһы яҡынса һәр 16 бәйгесе араһынан тик берәүҙе генә тамашасы алдында сығыш яһарға лайыҡлы, тип тапҡан. Тимәк, апрель уртаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 12 башҡарыусы йөрәк тикбешен шиғри юлдар аша еткерәсәк. Шиғырҙы аңлаған, уны еткерә белеүселәр һирәк, тип иҫәпләй проект авторҙары. Тамашасыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ оҫталарға ни өсөндөр бөгөн ҡытлыҡ та бар. Кәңәшсе төркөм ағзалары был мәсьәләгә айырым иғтибар итә.
Тағы ла шуныһы, быйылғы ярыш “Әсәлек һәм илһөйәрлек” темаһын күтәрә. Был йүнәлеште һайлау бөгөнгө шарттарға бәйле. Рәсәй хәрбиҙәренең махсус хәрби операцияһы иғтибарҙа ҡала. "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең хәҙер республика мәҙәниәтендә үҙ урыны ла, үҙ һүҙе лә бар. Бәлки, шуғалыр ҙа, тамашасы был сараны көтөп ала.
“Йөрәк һүҙе” тотош милләт кенә түгел, ә халыҡтың көнүҙәк проблемаларын күтәргән һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшеү майҙаны. Оло Ьашҡортостанда типкән “Йөрәк һүҙе” шаңы, ауазы башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа субьекттарҙа ла яңғырай. Миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек һәм нәфис һүҙгә ихтыяж. Бөгөн тап ошо һүҙҙәр йәмғиәттә илһөйәрлек менән әсәйҙәргә, тимәк, тыуған илгә булған мөнәсәбәтте рухи яҡтан һауыҡтыра.