0 °С
Болотло
“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең йәш бейеүсеһе, Йылайыр районы егете Данир Хәмзин “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды. Данир әле өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әлеге көндә алғы һыҙыҡта йөрөй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында маҡтаулы исем алыуы икеләтә ҡыуаныс, әлбиттә. Әйткәндәй, Данир Хәмзиндың шатлығы тағы ла ҙурыраҡ, ул үткән йома ғына һөйгән йәре Гүзәлиәгә өйләнде. Ҡотлайбыҙ! Йәш ғаиләгә бәхетле һәм тыныс киләсәк теләйбеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/sibay_concert