Ауыл уттары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель , 13:27

Илнар Хәтмуллин исемендәге “Бейеү ҡанаттарында” IV асыҡ фестиваль-конкурсы еңеүселәре исемлегендә беҙҙекеләр ҙә бар!

Афарин, уларға!

6 апрелдә Сибай ҡалаһында хореографик коллективтарҙың Илнар Хәтмуллин исемендәге “Бейеү ҡанаттарында” тигән IV асыҡ фестиваль-конкурсы үтте. Унда Сибайҙан, Баймаҡтан һәм Урал аръяғы райондарынан 40-лап бейеү коллективы ҡатнашты.

Йылайыр ауылынан "Ләйсән" өлгөлө бейеү ансамбле, етәксеһе Юлиә Әхтәр ҡыҙы Сәғитова менән "Ауылым урамдары" бейеүе менән сығыш яһап лайыҡлы III дәрәжә дипломын яулап ҡайтты.

Бейеү коллективын һәм уларҙың етәксеһен ҡотлайбыҙ! Уңыштарының тағы ла күп һәм юғары булыуын теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: