Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь , 15:33

Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар

Быйылғы йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров "Ҡурайсыларҙың дәүләт ансамблен төҙөү" тураһындағы Указды булдырҙы һәм Республика тарихында беренсегә ойошторолған ошондай ижади коллективтың барлыҡҡа килеүе милләттәштәребеҙ өсөн бик матур бүләк булды. Был коллективтың һыйыныр урыны — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы. Ә инде уның етәксеһе беҙҙең яҡташыбыҙ Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән күренекле ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов.

Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар
Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар

Республика Башлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылған ансамбль булыуы беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, әлбиттә. Өс йыл инде ансамблдең кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барылғандан һуң, ниһайәт, ул рәсми рәүештә булдырылды. Әле репертуарҙар туплана һәм был ансамблдең тәүге концерты ойошторолдо ла инде.
Әйткәндәй, Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсылар ансамблдәре бик күп, республиканың һәр районында тиерлек, шулай уҡ бындай коллективтар училищела һәм сәнғәт институтында, Милли халыҡ ҡоралдары оркестрында ла бар.


Шуны билдәләп үтер кәрәк, беҙҙең Йылайыр районында ла «Аҡбейек» ҡурайсылар ансамбле эшләп килә һәм бик күп район, халыҡ-ара, республика конкурстарында еңеүҙәр яулай. Унда шөғөлләнеүсе ҡурайсыларға моң бүләк иткән етәксе атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов та үҙебеҙҙең Азат Айытҡолов кеүек оҫта ҡурайсылар әҙерләй.
Ғөмүмән халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле беҙҙең республикабыҙ өсөн мөһим роль уйнай.
3 декабрь көнө Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы ошо булдырылған Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә мөмкин икәнлеге хаҡында һораны.


Уҡыусының һәм уның иптәштәренең ҡурайҙа матур уйнауын билдәләп, был һорауға Республика Башлығы бына нимә тип яуап бирҙе:
– Ансамблдең барлыҡҡа килеүен барыбыҙ ҙа күптән көттөк. Ул ҡурайҙың, сәнғәттең данын күтәрергә, уны үҫтерергә тейеш тип һанайым. Шулай уҡ киләсәк быуын балаларыбыҙ ҙа ҡурай менән дуҫ булыуын теләйем. Ә инде ансамблгә килеп эләгергә теләүселәр республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин. Ошо юлдарҙы үтергә, үҙеңә ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла тормошҡа ашыр, – тине Радий Хәбиров.


– Ансамблгә ҡушылырлыҡ ҡурайсыларыбыҙ күп. Улар башлыса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар, минең уҡыусыларым да, башҡа педагогтарҙың да уҡыусылары бар. Барыһы ла минең күҙ алдымда үҫкән һөнәр эйәләре. Йәштәре яҡынса 20 йәштән 45 йәшкә тиклем. Киләсәктә лә ансамбл өсөн яңынан-яңы ҡурайсыларыбыҙҙың үҫеүен, моңобоҙҙо һаҡлауҙарын теләйем мин, – ти яҡташыбыҙ, ҡурайсы, Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов.

Видеоҙямала Йылайыр районының "Аҡбейек" ҡурайсылар ансамбле.

Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар
Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар
Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бар
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: