Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2024, 09:42

Һай, үҙебеҙҙең егет!

Бейеүсе – һөнәр түгел, ул тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт. Халҡыбыҙҙың талантлы бейеүселәренә ҡарап, был һүҙҙәрҙә ысынлап та хаҡлыҡ барлығына инанаһың.  Эйе, арабыҙҙа бейеүгә ғашиҡ йәндәр бихисап. Йылайыр егете Илназ Динисламов та бар булмышы менән бейеү сәнғәтенә мөккиббән киткән кеше.

Һай, үҙебеҙҙең егет!Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!

Илназ күп балалы ғаиләлә баш бала булғанғамы кескенәнән едти, үҙенә талапсан, һеңлеләренә күҙ-ҡолаҡ булып буй еткерә. Мәктәп йылдарында уҡ тырыш, ҡушҡан эшкә яуаплы ҡараған, әйткән һүҙенә тоғро булған егет була. Гимназияла үткән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй ул. Бер нисә йыл рәттән гимназия, район, зона кимәлендә үткәрелгән Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа  призлы урындар яулай. Мәктәптә үткән кисәләрҙе алып барыу ролен дә тап Илназға ышанып тапшыра уҡытыусылары. Ваҡытын бушҡа әрәм итмәгән егет, дәрестәрҙән һуң балалар сәнғәт мәктәбендә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәрйәм һәм Урал Боҫҡоновтар, һуңынан талантлы йәш хореограф Юлиә Сәғитова етәкләгән «Ләйсән» өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Ансамбль менән республиканың төрлө ҡала һәм райондарында үткән конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып ҡанат нығытҡан егет, киләсәген бейеү сәнғәте менән бәйләргә ҡарар итә. Был теләге уны Сибай ҡалаһындағы Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжына алып килә. Бөгөнгө көндә Илназ хореография бүлегенең өсөнсө курс студенты, шулай уҡ ҡаланың концерт-театр берекмәһенең «Сибай» бейеү ансамблендә балет артисы булып эшләп йөрөй. Илназдың уңыштары, уның хыялдары һәм пландары менән уртаҡлашыу маҡсатында уға шылтыратып бер нисә һорауҙарыма яуаптар алдым.

Тәүге ҡыҙыҡһындырған һорауым ошолайыраҡ яңғыраны:

Илназ, халҡыбыҙҙың бар донъяға билдәле сәнғәт төрө булған бейеүгә һөйөү һиндә ҡасан уянды?

Тәпәй баҫҡас та, тиһәм яңылыш булмаҫ. Радионан ағылған бейеү көйҙәренә, өләсәйем таҡмаҡтарына бейеп йөрөгәнем иҫемдә. Уҡырға төшкәс класыбыҙ менән бейеү түңәрәгенә яҙылып, биш йыл шунда шөғөлләндем. Һәләтемде камиллаштырыуға, техника яғынан үҫергә күп көс һалған, артабан ҙур сәхнәгә сығырға ярҙам иткәндәре өсөн остаздарымдың барыһына ла ҙур рәхмәтлемен.

- Эшләп йөрөүең уҡыуыңа ҡамасау итмәйме һәм, ғөмүмән, уҡытыусыларың быға нисек ҡарай?

-Беренсе курстан уҡ Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй башланым. Уҡыу менән эште бергә бәйләүем, миңә практика яғынан тик файҙа ғына килтерә. Уҡытыусыларым аңлап ҡабул итә. Гастролдәр графигы ла алдан колледж һәм концерт-театр берекмәһе етәкселеге менән килешеп төҙөлә, сөнки күп студенттар минең кеүек эшләп уҡый. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн алдан бар эштәремде бөтөрөп, сәфәрҙәргә тыныс күңел менән юлланам, – ти егет.

Бер урында тик торорға яратмаған егет төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уңыштары ла юҡ түгел уның. Быйыл Сибай ҡалаһында үткән Илнар Хәтмуллин исемендәге «Бейеү ҡанаттарында» IV асыҡ фестиваль-конкурсында соло номинацияһында бәйгенең иң юғары баһаһына — Гран-приға лайыҡ була, Өфө фән һәм технологиялар университеты үткәргән Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурстың еңеүсеһе тип табыла. Илназ шулай уҡ Яңы йыл байрамдарында балалар өсөн ҡуйылған мюзиклдарҙа уйнай,  концерт-театр берекмәһе ойошторған кисәләрҙең алып барыусыһы ла. Шул арала үҙе тәрбиәләнгән сәнғәт мәктәбендә балаларға мастер кластар ҙа күрһәтеп өлгөрә. Үткән йәй Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы ойошторған  «Ете егет»  телепроектында Йылайыр районы данын яҡлап сығыш яһаны.

- Проектҡа ҡатнашырға мине бейеүсе Лариса апай Хәтмуллина ҡоҙаланы. Шулай БСТ каналы менән бәйләнешкә сығып, бер нисә һорауҙарҙы хәл иткәс, съемкалар башланып китте. Беҙ, төрлө райондарҙан йыйылған ете егет, Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хозур төбәктәрендә үҙебеҙҙе ағас эшендә, йылҡысылыҡ, тимерселек, күн эшкәртеү, уҡтан атыу кеүек шөғөлдәрҙә көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Ҡыҫҡаһы ҡул көсө, оло сыҙамлыҡ талап иткән проектта ҡатнашыу мине рухи яҡтан үҫтерҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә өйрәтте. Яңы дуҫтар табып, илһамланып ҡайттым, – тип һөйләй яҡташыбыҙ.

Бейеү –  үҙенә тартып торған ымһындырғыс, илһамлы ижад донъяһы. Ә яңы ун һигеҙен тултырған Илназ өсөн был ижади юлдың башы ғына. Алда ла артылаһы тауҙар, яуланаһы үрҙәр бик күп булһын, тигән теләктәбеҙ бейеүсе егеткә. Шундай дәртле, дарманлы йәштәр булғанда, мәҙәниәтебеҙ киләсәге лә өмөтлө бит. Ә Илназдың нәҡ Йылайырҙан булыуы беҙгә ғорурлыҡ ҡына өҫтәй!

Уңыштарың күп булһын, бейеүсе егет!

Розалия ТАКАЛОВА.

Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас