Районыбыҙҙа халыҡ театры исемен йөрөткән коллективтар өсәү. Уларҙы бөгөн халыҡ таланттарын берләштергән төркөмдәрҙең йөҙөк ҡашы тип әйтергә була. Шуларҙың араһында күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған, уңышлы эшләп килгән Йылайыр мәҙәниәт һәм ял йортоноң «Нәжәғәй» халыҡ театры ла бар. Театр 2016 йылдан эшләп килә. Күп йылдар уға Миңзифа Кинйәбулатова етәкселек итә. Әлеге ваҡытта театрҙы Зилә Солтанова етәкләп килә. 2022 йылда коллектив «Халыҡ театры» тигән юғары исемгә лайыҡ була.
Етәксе һәм режиссер булараҡ Зилә Ҡорбанғәле ҡыҙының театр эшмәкәрлегендәге тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Сәхнәгә ғашиҡ, талантлы яҡташыбыҙ театр коллективына үҙе кеүектәрҙе йәлеп итә алған. Үҙе менән әңгәмә ҡорғанда ихласлап күңел хистәре менән дә бүлеште ул:
– Беҙҙең театр уңышлы эшләп килә. Бөгөнгө көндә театрыбыҙ өсөн иң мөһим ваҡиға, ул да булһа Лек Вәлиевтың «Париж егете Әлфәнис» тигән комедияһының премьераһын сәхнәләштереп тағы бер тапҡыр «халыҡ» исемен раҫлап, яҡлап ҡала алдыҡ. Маҡсатыбыҙға ирештек тип әйтә алам. Эшемә килгәндә инде, эшем бик оҡшай, уны яратып башҡарам. Күп йылдар мәғариф өлкәһендә эшләһәм дә, мәҙәниәт барыбер үҙенә тарта. Стәрлетамаҡ башҡорт мәҙәниәт техникумында алған белемем күңелемә күпкә яҡыныраҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тормошта ауыр, күңелһеҙ хәлдәр етәрлек. Шуға күрә тамашасыларға комедия жанры буйынса пьесаларҙы сәхнәләштерәбеҙ. Үткән йылдарҙа Ҡәбир Аҡбаштың «Һипкелле ҡыҙ», Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбей урлау» комедияларын ҡуйҙыҡ.
Театр эшендә тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ бик мөһим. Коллективтың күңеленә ятҡан пьеса табыуҙан башлап, актерҙарҙың уйынын, декорация, музыкаль яҡтан биҙәү, район ауылдарына гастролдәргә сығыу ҙур иғтибар талап итә, - ти театр етәксеһе.
Әлеге көндә «Нәжәғәй» халыҡ театры төрлө һөнәр кешеләрен берләштерә. Уларҙың араһында балалар баҡсаһы, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм хатта һаҡсы ла бар.
- Актерҙарым ваҡыт табып, миңә ярҙам иткәндәре өсөн ихлас рәхмәтлемен. «Париж егете Әлфәнис» комедияһына килгәндә уның сәхнәлә күңелле һәм ҡыҙыҡлы булыуы тап актерҙарымдың оҫта итеп башҡарылыуынан ғәләмәт ине. Улар шул тиклем оҫта уйнанылар, хатта уларҙы һәүәҫкәрҙәр, төрлө һөнәр эйәләре икәнен дә онотаһың. Миңзифа Кинйәбулатова, Урал Аҡҡужин, Люциә Алғошаева, Айгөл Шәһиғәлина, Гөлгөнә Таһирова, Сәғит Амакасов, Вәсилә Италмасова, Йәнғәле Томаншиндың сығыштарын тамашасы бик йылы ҡабул итте һәм көслө алҡыштарға күмде. Театрҙа күптән уйнаған әртистәр менән бер рәттән тәүгә сәхнәгә сыҡҡандар ҙа ролдәрен килештереп башҡарҙы. Беҙҙе дәртләндереп тороуҙары өсөн яратҡан тамашасыбыҙға рәхмәт! Киләсәктә лә тырышып эшләргә әҙербеҙ. Театрға тамашасылар тағы ла күберәк йөрөһөндәр ине, сөнки кеше күп булған һайын, актерҙарға ла рәхәт, үҙебеҙҙең кәрәк икәнебеҙҙе тәрәнерәк тоябыҙ, ти уның етәксеһе.
Тамашасыларҙы берсә илата, берсә шатландыра торған ғәжәйеп бер донъя - ул театр. Ә бөгөнгө ысын тормошобоҙҙа барған ауыр һәм күңелһеҙ осорҙа, шатлыҡлы мәлдәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар күп булыуын теләп, «Нәжәғәй» халыҡ театры коллективын лайыҡлы «Халыҡ театры» исемен тағы бер тапҡыр уңышлы яҡлауҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә зал тулы тамашасылар йыйып, театрҙың тағы ла яңы үрҙәргә ынтылыуын теләйбеҙ һәм яңы спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ!
Тамашасы фекере:
Лилиә Иҫәнбаева, Йомағужа ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы: Был комедияла тыуған еренә йәне-тәне менән ғашиҡ Әлфәнис, ауылға был төбәктең ғөрөф-ғәҙәтен, башҡорт телен, тыуған төйәккә мөхәббәт тойғоларын уятыу теләге менән ҡыҙҙар алдында француз егете булып ҡыланырға мәжбүр. Ҡыҙыҡлы тормош вәғәҙә иткән ҡалаға ебәрмәү маҡсаты менән эшләнә был эш. Спектакль әҙәм балаһының кешеләргә, тыуған яғына эскерһеҙ мөхәббәте хаҡында һөйләй. Матур тамаша өсөн режиссерға, актерҙарға, театрға ҙур рәхмәт! Беҙ, уларҙың сығыштарын һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.
Альмира Ҡолһарина, пенсионер: Үҙҙәренең төп эштәре булыуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың мәҙәни тормошона битараф булмаған, театрҙың үҫешенә ҙур өлөш һалған актерҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, спектакль ҡарап, оло кинәнес, ҡабатланмаҫ ял минуттары бүләк иткән һәүәҫкәр актерҙарға ҙур рәхмәт. Уңыштары тағы ла мулыраҡ булһын!
Әнисә Такаева, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Лек Вәлиевтың «Париж егете Әлфәнис» спектакле, премьера, тамашасылар күңеленә хуш килде. Бар оҫталыҡтарын биреп уйнаған актерҙар ысын мәғәнәһендә «Халыҡ театры» исеменә лайыҡ. Ауыр эш аҙнаһынан һуң рәхәтләнеп ял итеп, күңел асып ҡайттыҡ. Залда ултырыусылар алҡыштарын йәлләмәне. Артабан да «Нәжәғәй» халыҡ театры коллективына ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйем. Тамашасыларын башҡа спектаклдәре менән дә һөйөндөрөп торһондар. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, бар халыҡ дуҫ-татыу йәшәһен, йорт-илебеҙ тынысланып китһен!