Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2025, 09:26

Илһам бирер "Илһам"

Матрай ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә эшләп килгән «Илһам» халыҡ театрына 1992 йылда нигеҙ һалына. Театр асылыуға булышлыҡ иткән һәм шул йылдарҙан бөгөнгәсә уның режиссеры булып эшләгән  Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова етәкләй уны.

Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"

Был осорҙа театр коллективы тамашасы хөкөмөнә  Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа йондоҙ бар», Илшат Йомағоловтың «Буш сәңгелдәк», Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым», «Игеҙәктәр», Наил Ғәйетбаевтың «Яусы Йыһан, йәки нисек кейәүгә сығырға?», «Юлдар ярҙа өҙөлә», Рәшит Хөсәйеновтең «Изге ялған», Әминә Яхинаның «Йән һөйгәнем һин генә», Фәнил Әсәновтың «Яралы ыласын», Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ торналар», Флорид Бүләковтың «Таштуғай», Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡотлайбыҙ, атай булдың!», Гөлшат Зәйнәшеваның «Ғәйфи бабай, өйлән давай!», Ибраһим Абдуллиндың «Таңһылыуҙың айлы кистәре», Радик Нурлығаяновтың «Аҡ сәскә һиңә бүләккә» исемле яҙмаларын, Антон Чеховтың «Хөкөм» проза әҫәрен  һәм тағы әллә күпме әҫәрҙәрҙе тамашасы хөкөмөнә сығара.

Унда күтәрелгән  тормошсан проблемалар, образдар халыҡ күңеленә үтеп инә һәм тамашасы  һөйөүен яулай. Режиссерҙың  ойоштороу һәләте, спектакль өҫтөндә эшләй белеүе, һәүәҫкәрҙәрҙең үҙ образдарын оҫта башҡарыуы, берҙәм һәм уңышлы эшләүе үҙ һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәй,  2009 йылда абруйлы театр белгестәре алдында сығыш яһап,  “Халыҡ театры” исеменә лайыҡ була улар. Һәм бөгөнгө көндә лә шул исемгә тап төшөрмәй уңышлы эшләүен дауам итә. Әле лә был коллектив әҙерләгән һәр бер спектаклде, матур образ тыуҙырған һәүәҫкәр артистарҙы ауыл халҡы көтөп ала, улар менән яна-көйә, берсә илай, берсә көлә.

"Илһам" халыҡ театры тураһында тулы материал менән  гәзитебеҙҙең 6-сы һанында таныша алаһығыҙ.

Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"
Илһам бирер "Илһам"
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас