Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2025, 11:45

Йолаларҙа тарих сағыла

Юлдыбайҙар «Милләт ҡото йолаларҙа» тип аталған бик матур сара уҙғарҙы. Унда ауыл халҡы, биләмә депутаттары, район мәҙәниәт һәм ял үҙәге методисы, урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операцияла  һәләк булған, шулай уҡ әле лә яу яланында йөрөгән  егеттәребеҙҙең ата-әсәләре саҡырылды.

Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла

Ойоштороусылар сараға килеүселәрҙе бик үҙенсәлекле итеп ҡаҙ итенән әҙерләнгән һурпа менән ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтар ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл янына үтте. Унда һәр округ хужабикәләре ҡаҙ итенән әҙерләнгән ризыҡтан ауыҙ иткәс, сараның төп өлөшө – «Ҡаҙ өмәһе» сәхнәләштерелде.  Башҡорт халҡының боронғо йолаһы ҡоштарға арналған йыр-моң, йомаҡ, һынамыштар, ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яуҙа йөрөгән егеттәребеҙ имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын тигән изге теләк-доғалар менән үрелеп барҙы.

Был байрамда ҡаҙ мамығынан эшләнгән яҫтыҡ, юрғандарҙан һәм тағы әллә күпме төр әйберҙәрҙән торған күргәҙмә лә ойошторолғайны. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Нәфисә Нәҙерғолова ҡаҙ мамығының боронғо һәм хәҙерге ваҡыттағы көн-күрештә нисек, ниндәй маҡсат менән  файҙаланылыуы, Вазифа Шәрипова ҡаҙ майының шифаһы хаҡында ентекле һөйләп үтте.

 Артабан сәй табыны артында күңелле әңгәмә ҡоролдо. Ауыл халҡы һуңғы ваҡиғаларҙан аҙға ғына булһа ла арынып, күңел тыныслығы, дәрт алып, йылы тәьҫораттар менән таралышты.

Осрашыуҙа халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙәйек, ошондай байрамдар йышыраҡ  ойошторолоп торһон  тигән теләктәр еткерелде.  Ысынлап та, йолаларҙа тарихыбыҙ сағылыуы тураһында онотмайыҡ!

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыуҙа, уны йәш быуынға еткереүҙә ҙур өлөш индергән өсөн юлдыбайҙарға афарин, тиергә генә ҡала.

Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас