Тәүге йылда уҡ «Гәүһәркүл»дәр ауылда «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Килен төшөрөү», «Ҡыҙ оҙатыу», «Теләккә сығыу» кеүек йола байрамдарын үткәрә, һуңынан яҡын-тирә ауылдарҙа сығыш яһай, ә бөгөн иһә район кимәлендә уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ уҙмай тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Төркөм ағзалары ауыл, район -ара үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Был турала уларҙың ижадын баһалап бирелгән күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар һөйләй. 2018 йылда Ейәнсура районында үткән « Башҡорт шәле» Асыҡ Республика фестиваль-конкурсында «Башҡорт шәленә иң яҡшы видеоролик» номинацияһында – икенсе , 2022 йылда «Иң яҡшы художество номеры» өсөн өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнәләр. Шул уҡ Ейәнсурала үткән «ТаҡмаҡБатл» республика конкурсында һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы үткәргән «Башҡорт өйө» конкурсында өсөнсө урындарҙы алып ҡыуана улар. 2021 йылда «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашып – икенсе, Әбйәлил районында үткән "Бейеү" конкурсында бәйгенең иң ҙур баһаһын - Гран- прины яулайҙар. Бынан тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә йылы бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләй, сохари, үлән сәйҙәре, ҡорот киптерә, ҡаҙы, быҡтырылған ит консервалары, госпиталдәгеләр өсөн уңайлы рюкзактар тегеп, май шәмдәр өсөн консервалар әҙерләп ебәрергә лә өлгөрә «Гәүһәркүл» уңғандары. «Былар барыһы ла ихлас күңел, намыҫ менән башҡарыла,» – ти изге йөрәкле апайҙар.
Халыҡ йолаларын өйрәнеп, уларҙы барыһына ла еткерергә тырышҡан йыр-моң һөйөүсе апайҙарҙы, уларҙың талантлы етәкселәрен яҙҙың матур байрамы 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ!