Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2025, 10:11

Театр – ул беҙҙең тормош

Районыбыҙҙың боронғо ауылдарының береһе Юлдыбайҙа сәнғәткә ысын күңелдән ғашиҡ һәм йыр-моңға оҫта халыҡ йәшәй. Шуға ла ауылдың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә эшләп килгән «Шоңҡар» халыҡ башҡорт театры хаҡында ишетмәгәндәр һирәктер.

Театр – ул беҙҙең тормош
Театр – ул беҙҙең тормош

Театрҙың тамырҙары алыҫ 1973 йылдарға барып тоташа. Тап шул йылда Юлдыбай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүсе, оҫта ойоштороусы Фәнис Ғафаров, хәҙер инде мәрхүм,  ауыл таланттарын асыу, халыҡты сәнғәткә ылыҡтырыу маҡсатында ауылда драма түңәрәген ойоштороп ебәрә. Түңәрәккә йөрөүселәр менән үҙенең тәүге режиссерлыҡ эше – Әнғәм Атнабаевтың «Шоңҡар» пьесаһын өйрәнеп, тамашасы хөкөмөнә сығара. Әйткәндәй, халыҡ театрының исеме тап ошо беренсе сәхнәләштерелгән әҫәрҙән алынған да инде.

1986 йылда театр менән талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған һәм сәхнәгә йәне-тәне менән бирелгән, махсус белемле Ғәлимә Исламғолова етәкселек итә башлай. Ул дәүерҙә  ауылдаштары, хәҙер инде театр ветерандары Фәрит Амантаев, Сәлимйән Йәйләүев, Гөлнур Ҡуғашева, Зәкир Исламғолов, Гөлзифа Вәлиева, Айгөл Ҡарасова, Тәнзилә Абдуллина, Әмир Моталлапов, Сабир Зөлҡәрнәйевтар кеүек һәүәҫкәр артистар менән бихисап матур сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла. Улар араһында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың  «Тере тупраҡ»,  Александр Островскийҙың «Банкрот»,  Баязит Бикбайҙың «Салауат», «Шайморатов генерал»,  Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр», Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар», Наил Ғәйетбаевтың «Аты барҙың, дәрте бар»,  Туфан Миңнуллиндың «Беренсе театр», Ибраһим Абдуллиндың «Ҡырҙарым, туғайҙарым», Рәлиф Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир» спектаклдәре һәм башҡа  күп төрлө әҫәрҙәр менән район, республика кимәлендә сығыш яһап, призлы урындар яулай коллектив. 1990 йылда Т. Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр» спектаклен сәхнәләштереп   «Халыҡ театры» тигән маҡтаулы исем ала.

Ғәлимә Тимербулат ҡыҙы етәкселегендә 1990 йылда тағы ла бер  түңәрәк – «Буранбай» балалар театры асыла. Балалар коллективы менән З.Фәйзуллинаның «Ирәүән барҙа ир үлмәҫ, андыҙ барҙа ат үлмәҫ», Н.Ғәйетбаевтың «Ике һайыҫҡан», «Юғалтыу» әҫәрҙәрен һәм тағы әллә күпме спектаклдәр әҙерләп, бәләкәс дуҫтарын ҡыуандыра улар.

Йәш таланттарҙы асыу, уларҙың һәләтен артабан үҫтереү өҫтөндә эшләгән тынғыһыҙ режиссерҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй, 2000 йылда балалар коллективы «өлгөлө» исемен яулай һәм бөгөнгәсә үҙ исеменә тап төшөрмәй, ғорур йөрөтә.

2018 йылда «Шоңҡар» халыҡ башҡорт театры  һәм «Буранбай» өлгөлө балалар театры Фирҙәүес Рафаил ҡыҙы Сырлыбаева етәкселегенә күсә.  Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған  һәләтле белгес яңы урында дәртләнеп эш башлай һәм бөгөн дә үҙенең коллективы менән юғары уңыштарға өлгәшеп, районыбыҙҙың данын күтәрә. Уның етәкселегендә Н.Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ», «Ҡоҙаса», Ә.Яхинаның «Ҡайырылмаһын ҡанаттар», Р.Кинйәбаевтың «Ҡотлайым, һин атай булдың!», С.Әбүзәровтың «Ғүмерлек ғазап» спектаклдәре ҡуйылған да инде. Тамашасы хөкөмөнә сығарған һәр спектаклде халыҡ йылы ҡабул итә, көслө алҡыштар менән оҙата.  Сағыштырмаса йәш коллективта бөгөн төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнә. Земфира Кинйәбаева, Тимур Ҡорбанғәлиев, Луиза Хамматова, Вил Заһитов, Гөлшат Ҡорбанғәлиева, Александр Ивлев, Гүзәл Бирҙеғолова, Бәхтиәр Әбсәләмов, Айнур Вәлиев кеүек йәш таланттар үҙ ролдәре өҫтөндә әүҙем эшләй, сағыу образдар тыуҙыра.

Уңыш-ҡаҙаныштары ла тос шоңҡарҙарҙың.  2022 йылда Халыҡ театры Өфө ҡалаһында «Театрал Өфө» республика  фестивалендә ҡатнаша. Театр коллективы Р.Кинйәбаевтың «Ҡотлайым, һин атай булдың!»  комедияһын сәхнәләштерә һәм 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнә.  Жюри һәүәҫкәрҙәрҙең актерлыҡ оҫталығын юғары баһалай,  Гүзәл Бирҙеғолова фестивалдең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»,  Әмир Моталлапов «Иң яҡшы актерлыҡ эше»  номинацияһында билдәләнә.

 2024 йылда Балтас районында уҙғарылған  Фәрдүнә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының «Тамаша» фестивалендә иң юғары баһаға – Гран-Приға лайыҡ була улар. Тимур Ҡорбанғәлиев – Фәрдүнә Ҡасимованың махсус призын ала, ә Земфира Кинйәбаева «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында билдәләнә.

«Буранбай» балалар өлгөлө театрының да уңыштары юҡ түгел. 2020 йылда «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика фестивалендә Сәрүәр Суринаның «Аҫыл йөрәк» пьесаһын сәхнәләштереп, өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнә йәш коллектив. Бөгөнгө көндә яңы репертуар өҫтөндә эшләй улар. Тиҙҙән ауылдаштары хөкөмөнә  Туфан Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай» әҫәрен сығарасаҡ йәш таланттар.

–      Театр –ул тамаша ғына түгел, ул беҙҙең тормошобоҙ, ә тормош сәхнәһендә беҙ барыбыҙ ҙа актерҙар. Театр кешене бар яҡлап та тәрбиәләүсе, күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе мөғжизәле донъя ул! Һәм ошо мөғжизәне ауылыбыҙҙың сәнғәткә ғашиҡ кешеләре тыуҙыра ла инде. Халыҡ-ара  театр  көнө уңайынан коллективыма эштәрендә уңыштар, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Һеҙҙең кеүек сәнғәткә ғашиҡ йәндәр булғанда мәҙәниәтебеҙ усағы бер ҡасан да һүнмәҫ, – ти Фирҙәүес Рафаил ҡыҙы.

Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа районда эшләп килеүсе барлыҡ халыҡ театры коллективтарын байрам менән ҡотлайбыҙ! Илһам шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, башланғыстарығыҙ уңышлы булһын һәм тамашасы алҡыштары бер ҡасан да тынмаһын тигән теләктә ҡалабыҙ!

Театр – ул беҙҙең тормош
Театр – ул беҙҙең тормош
Театр – ул беҙҙең тормош
Театр – ул беҙҙең тормош
Театр – ул беҙҙең тормош
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас