Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Бәләкәй принцессалар балы һәм рыцарҙар турниры» тигән иҫ киткес матур сара булып үтте.
Бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар барыһы ла байрамса кейенеп, үткәреләсәк байрамға шәп кәйеф менән килде. Фойела балалар ижад йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Балалар улар менән ҡосаҡлашып сәләмләшкәс, иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡыуанды.
Сараға килгән балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов йылы сәләмләне. Уңыштар, һаулыҡ һәм бәхетле бала саҡ теләне. Сара барышында Борис Николаевич балалар менән ихлас аралашты һәм уларға һүрәттәр төшөрөргә ярҙам итте.
Шулай уҡ сәләмләү һүҙе менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова сығыш яһаны.
– Бөтә хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашыуын теләйем. Ата-әсәйҙәрегеҙҙең йылыһын, һөйөүен тойоп йәшәгеҙ, – тип изге теләктәрен юлланы ул.
Йылайыр районының ғаилә хеҙмәте белгестәре ата-әсәләр өсөн юридик һәм психологик консультациялар үткәрҙе, шулай уҡ балалар өсөн ҡыҙыҡлы, күңелле уйындар ойошторҙо.
Бәләкәй принцессалар һәм рыцарҙар өсөн ҡурсаҡ театрының «Незабудка» әкиәт спектакле күрһәтелде, шулай уҡ райондың ял һәм мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Золушка» мюзиклын тәҡдим итте.
Балаларына үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге бүләк итеүҙәре өсөн матур сарала ҡатнашҡан ата-әсәләр сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтле булды.